Беҙҙең Башҡортостаныбыҙға кем генә ҡунаҡ булып килмәһен, бындағы йәшел ҡуйы урмандар, саф таҙа һыулы йылғалар, бейек Урал тауҙары һәм ҡунаҡсыл, нескә күңелле башҡорт халҡына хайран ҡала. Тыуған илебеҙ тәбиғәт байлыҡтары менән дә дан ҡаҙанған.
Мин үҙем, уҡытыусы булараҡ, балаларҙы кесе йәштән тәбиғәт байлыҡтарын, тыуған яғыбыҙҙы һаҡларға өйрәтеү, уларҙа йәшәгән еребеҙгә ҡарата ҙур ихтирам һәм хөрмәт тәрбиәләү – мөһим бурыстарҙың береһе, тип иҫәпләйем. Мәктәбебеҙҙә был темаға арнап төрлө саралар ҙа үткәрергә тырышам.
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Салауат районы, Янғантау мәктәбе.