Ҡараһа, аттарҙы ҡиммәтерәк хаҡҡа ла һаталар икән. Был ир малҡайҙы кире 60 һумға һатып ебәргән. Уйлаған-уйлаған да, барыбер йәйәү ҡайтаһы килмәгән бының. Шул уҡ атты яңынан 70 һумға алған. Ә ҡатыны, бик ҡиммәт бәйәгә алғанһың бит, тип асыуланып, хайуанды 80 һумға һаттырып ебәргән. Ә был абзый һатып-алыуҙарҙан аҡса эшләй алдымы икән? Эшләһә, килеме күпме булған?