+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
13 Мая 2021, 06:52

Уйламай яһалған аҙым

Бәлә – аяҡ аҫтында, тигәндәре дөрөҫ икән. Мәктәптә һәйбәт өлгәшкән, тәртиплеләр­ҙән һаналған Айрат та күңел­һеҙ хәлгә тарыны.

Каникул көндәре ине. Бишенселә уҡыған һеңлеһе Әлиәне күрше ауылдағы өләсәһе ҡунаҡҡа алып киткәйне. «Үҙең дә кил, улым. Яйы сығыр әле. Олатайың кеҫә телефоны алып бирергә ниәтләп йөрөй», – тине һаубуллашҡанда.

Телефонлы булыу күптәнге хыялы ине, был һүҙгә эй һөйөндө Айрат. Хатта борсолоулы уйҙары таралып, көн яҡтыра төшкәндәй тойолдо.

Ә көйәләнергә урын бар: өйҙәренең тамам ҡото, йәме китте һуңғы ваҡытта. Әсәһе ныҡлап эсергә әүәҫләнеп алды. Атаһы быға йәне көйөпмө, икенсе ауылдағы бер апай менән яңы ғаилә ҡорҙо. Ярҙам итеп тора ла бит, бергә йәшәү түгел инде.

Ошо каникул көндәрен яратмай ул. Күрше ауылда уҡыһалар ҙа, ҡәнәғәт, автобус йөрөтә. Ә инде синыфташы Йәмиләне күреүгә күңеле күтәрелеп китә. Уның дәрестә яуап биргәнен тыңлау, яғымлы ҡараштары менән осрашыу күңелен елкетә, күҙгә күренмәҫ йылы тулҡындарҙа бәүелгәндәй була. Ошо ҡыҙ менән дуҫлашып китһә, иң ҙур хыялына ирешер төҫлө.

Ә әсәһе һаман юҡ. Тағы әшнәләренә сығып һыҙған булһа кәрәк. Әллә эҙләп йөрөп әйләнергәме?

Өҫкө урамды, түбәнге яҡты яйлап ҡына ҡарап килде Айрат. Өйҙәренә етер саҡта ауылдаш егеттәр осраны. Әйҙә, ау­лаҡҡа, тип тәҡдим итте көҙгөһөн генә әрменән ҡайтҡан Ирек. Хихылдап өҫтәп тә ҡуйҙы: «Ҡыҙҙар ҙа килергә тейеш». Айраттың бойоҡ күңелендә өмөт сатҡылары ялтыраны, бәлки, Йәмиләне лә күрер.

Шулай Иректең өс туған ағай­ҙары йортона ҡарай йүнәлделәр. Хужалар ҡалаға ҡунаҡҡа киткән.

Егеттәр өйгә ингәс, һыра асып, өҫтәлгә икмәк телеп ҡуйып, үҙҙәренсә табын ҡороп ебәрҙе. Ләкин ултыра торғас, саманы онотоп ташланылар: кемеһелер һыуытҡыстан ризыҡтар сығарҙы. Байтаҡ гөрләштеләр. Тик ҡыҙҙар күренмәне.

Әлбиттә, ҡыҫтаһалар ҙа, Айрат эсмәне. Рөхсәтһеҙ кеше өйөндә ултырыуға уңайһыҙланды, тиҙерәк сығып ысҡыныу яғын ҡараны.

Ә каникулдан һуң тәүге уҡыу көнөндә Айрат артынан райондың эске эштәр бүлегенән балиғ булмағандар эше буйынса инспектор килмәһенме мәктәпкә! Баҡһаң, теге хәйерһеҙ төндөң шауҡымы: хужалар үҙ­ҙәре юҡта өйгә төшкәндәр тип хәбәр иткән тейешле ергә. Ғәйеплеләрҙе асыҡлау ҡыйын булмаған.

Ярай әле, мәктәптә уҡытыу­сылар уның ғәйепһеҙлегенә ышаныс белдереп, махсус иҫәп­кә ҡуйылыуҙан ҡурсалап ҡалдылар. Ә барыбер форма кейгән апай­ҙың дәрес барышында синыфтан алып сығып китеүенә бик оялды, уңайһыҙланды. Бигерәк тә Йәмилә алдында.

Ҡара әле, уйламай яһалған бер аҙым ҙур бәләнең башы булыуы мөмкин икән дәһә! Синыф етәксеһе аҙаҡ шул хаҡта ихласлап, ентекләп аңлатты.

Эштең ахыры бер аҙ йыуаныс биргәндәй булһа ла, барыбер әлеге үкенес, ғәрлек тойғоһо бик оҙаҡҡа йәнен игәрен яҡшы тойомлай Айрат.

Зөбәржәт МОТАҺИРОВА.

Читайте нас