+16 °С
Дождь
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
21 Мая 2021, 05:47

"Йәншишмә"нең тәүге нуры

Күренекле балалар шағирәһе Әлфинур Вахитова бер мәҡәләһендә журналистарҙы һалдаттарға тиңләгәйне.

Ҡайҙа алғы һыҙыҡ, көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар, ҡайғы-хәсрәт, ҡыуаныс-шатлыҡтар – шул хаҡта халыҡҡа тиҙерәк еткерер өсөн тәүгеләрҙән булып ашыға журналистар. Хәс тә ут эсенә ташланған һалдаттар һымаҡ. Әлфинур Зариф ҡыҙы Вахитова үҙе лә шул журналистар армияһының бер һалдаты ине... Республика балалары өсөн әле сығып килгән «Йәншишмә» гәзитенең 1930 йылда «Йәш төҙөүсе» исеме менән донъя күреп, һуғыш осоронда туҡтап ҡалып, яңынан 1959 йылда «Башҡортостан пионеры» булып баҫыла башлағандан алып, уның тәүге һанын әҙерләүҙә ҡатнашып, ғүмере буйы ошо гәзиттә хеҙмәт иткән тоғро журналист, талантлы балалар әҙибәһе арабыҙҙан китте...


Башҡорт әҙәбиәтенә ул поэма яҙып килеп инә һәм күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Уға ҙур өмөттәр бағлайҙар. Әммә Әлфинур апайыбыҙ балалар баҫмаһына тоғро ҡала. «Башҡортостан пионеры»нда уның ҡулы ҡағылмаған бер бүлек тә ҡалмағандыр: көнөнә әллә нисә йөҙләп килгән хаттарҙы иҫәпкә алыусы ла, корректор ҙа, бүлек хеҙмәткәре лә, башҡалар өлгөрмәгәндә уҡыусылар хаттарына яуаптар яҙыусы ла, ҡыуаныслы, матур йөкмәткеле хәбәрҙәрҙе гәзиткә баҫырға әҙерләп биреүсе лә, редакцияға эшкә килгән йәштәрҙе хеҙмәт серҙәренә өйрәтеүсе лә... Кәрәк сағында, был минең бурысым түгел, тип тормай, бүлмәләрҙе йыйыштырыусы ла. Иң алдан килер ҙә әллә күпме эште башҡарып та ҡуйыр. Әлфинур апай бер ваҡытта ла ҡысҡырып, тауышын күтәреп хәбәр һөйләмәне. Бер ҡасан да: «Шулайтығыҙ, былайтығыҙ», – тип кәңәш бирмәне. Тәжрибәле кеше булараҡ, быға хаҡы ла бар һымаҡ, әммә ул ипләп кенә: «Шулай итһәгеҙ, нисегерәк булыр икән, былай итһәгеҙ, арыуыраҡ түгелме?» – тип йүнәлеш биреүе менән үк әйтер һүҙен еткерер ине. «Аҡыллыға – ишара» тигәнде шулай аңлата.

Кешелекле булды апайыбыҙ. Беҙҙең кеүек бер ниндәй шарттары булмаған ятаҡта йәшәүсе йәштәрҙе өйөнә лә йыш саҡырҙы. Йыуынып, Әлфинур апайҙың тәмле аш-һыуҙарынан һыйланып, рәхмәттәр уҡып, ҡайтып китә торғайныҡ. Бындай киң күңеллелек ауыр 1931 йылда тыуып, тормоштоң ҡыйынлыҡтарын күреп йәшәүенән дә килгәндер.

Мәләүез районының бәләкәй генә Килтәй тигән ауылында тыуып, күрше Һарышта – башланғыс, унан Йомағужала урта мәктәпте тамамлай.

Ижад менән шөғөлләнеүсе Әлфинур Вахитова «Башҡортостан пионеры» гәзитендә эшләгәндә айырыуса балалар әҙәбиәтенә тос өлөш индерә. Уның «Сәскә ата гөлдәрем», «Күстәнәс», «Кем ғәйепле?», «Шыршы йәшел энәле», «Ғәли бабай баҡсаһы», «Хат яҙа беләм», шиғыр, әкиәт, хикәйә, сценарий, инсценировкаларҙан тупланған «Дуҫлыҡ утрауы» тигән китаптары донъя күрә. Шиғырҙары башҡорт һәм урыҫ телдәрендә «Балалар әҙәбиәте антология­һы»н­да баҫыла. Мәктәп сәхнәләре өсөн байрамдарға сценарийҙар, инсценировкалар ижад итә.

Баҫмабыҙҙың юбилейҙарын үткәреүҙә, йәш хәбәрселәр слётын ойоштороуҙа, ҡунаҡҡа балаларҙы, өлкән авторҙарҙы саҡырыуҙа иң әүҙем хеҙмәткәр булды. Гәзитебеҙ үҙгәртеп ҡороу осоронда «Йәншишмә» тип икенсе исем алғас, Әлфинур апайыбыҙ баҫманың гимнына әйләнерҙәй шиғыр яҙҙы. Уға танылған композитор Дамир Әҙелбаев бик матур көй ижад итте. Йырҙы юбилей ваҡытында ла, аҙаҡ балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып башҡарҙы.

Әлфинур Вахитова үтә баҫалҡы ижадсы булды. Яҙғандарын тиҙерәк китап итеп сығарырға ла ашыҡманы. Байтаҡ әҫәрҙәре: хикәйә, пьесалары архивында ҡалды. Бер уҡыуҙан ятланып торған шиғырҙары күп дәреслектәргә, синыфтан тыш уҡыу китаптарына индерелде.

Тормош иптәше Зөфәр ағай Әхмәлетдинов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Зөлфиә менән Дилә, 20-се ҡала башҡорт мәктәбендә уҡып, әсәй­ҙәренең эше бөткәнен көтөп, йыш ҡына редакцияла ултырырҙар ине. Инде хаҡлы ялға сыҡҡас, өлкән ҡыҙы Зөлфиә ғаиләһендә йәшәне. Иң ауыр саҡтарында ла уның тәрбиәһендә булды. Башҡорт мәктәбендә белем алған ҡыҙҙары Әлфинур апайҙың әҙәби мираҫын ҡарап, баҫтырып сығарыу хәстәрлеген күрерҙәр, тип ышанабыҙ.

Әлфинур Вахитованың «Ауыр була ҡай саҡ» тигән шиғырында шундай юлдар бар:

Балаларға, иргә, дуҫ-иштәргә

Күпме һөйөү, күпме наҙ кәрәк!

Ә үҙенә уның бик әҙ кәрәк,

Һиҙгер йөрәк, үткер күҙ кәрәк,

Ҡанат күтәрерлек һүҙ кәрәк.

...Хәҙер Әлфинур апайға бер нимә лә кәрәк түгел. Уның яҙғандары тереләргә, башҡорт балаларына кәрәк. Ижадсының, әҙиптең тормошо үҙе был донъянан киткәс тә йәшәүен дауам итә.

...Һуңғы тапҡыр Әлфинур апай ҡыҙы Зөлфиә менән редакцияға былтыр «Йәншишмә»беҙгә 90 йәш тулған көндө килгәйне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, гәзитте уҡып барыуын әйтте, кәңәштәрен еткерҙе.

...Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған Әлфинур Вахитова «Йәншишмә» тарихы биттәрендә лә, балалар әҙәбиәте донъяһында ла үҙенең лайыҡлы урынын алды. Юҡҡа ғынамы ни уның исеме лә альфа нур – тәүге нур тигәнде аңлата. Ул – беҙҙең редакцияла ғүмер буйы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан тәүге ветераныбыҙ. Тәүге нур булып хәтерҙәрҙә ҡаласаҡһың һин, Әлфинур апай. Йәндәрең йәннәттә булһын!

Һеҙҙең иғтибарға әҙибәнең «Йәншишмә» тигән йырын һәм шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты.

Йәншишмә

Әлфинур ВАХИТОВА һүҙҙәре.

Дамир Әҙелбаев көйө.

Урал күкрәгенән урғып сығып,

Урмандарҙы киҫеп үткәнһең.

Кешеләргә күпме шатлыҡ, сафлыҡ,

Көс һәм ҡөҙрәт бүләк иткәнһең.

Ҡушымта:

«Йәншишмә»м, һин –

минең «Йәншишмә»м.

Һинән башҡаларға сер сисмәм.

Һинең менән йәнәш атлағанда,

Башҡа шишмәләрҙән һыу эсмәм.


Яҡын дуҫ та, кәңәшсе лә беҙгә –

Нур һибеүсе изге бер йылға,

Үҙ артыңдан кескәйҙәрҙе әйҙәп,

Сығараһың яҡты, ҙур юлға.

Ҡушымта.

Йырлай-йырлай, шулай мәңге йәшә,

Ел-дауылдар һине ҡаҡмаһын,

Юлдарыңда тау-таш осрамаһын,

Упҡындарҙан Хоҙай һаҡлаһын.

Ҡушымта.










































Ҡыяр


Матур итеп түтәл ҡаҙҙым,
Ҡыяр сәстем баҡсаға.
Ағай кәртәләп ебәрҙе,
Тапар, тип бала-саға.

Иртә-кисен һыуҙар һиптем,
Эй, уңды беҙҙең ҡыяр.
Килгән береһе һыйлана,
Кем өҙһә лә – ихтыяр.

Сыбар тауыҡ


Һары өйрәк бәпкәләре
Сығарҙы сыбар тауыҡ.
Көнө буйы тиреҫ тибеп,
Туйындыра ем табып.

Бер көндө йылғаға барғас,
Бәпкәләр төштө һыуға.
– Ай, балаларым бата, – тип,
Тауыҡ ҡалды ҡурҡыуға.

Тибенеп ем таба ла ул,
Алдаштыра: – Ҡыт та ҡыт!
Өшөнөгөҙ, асыҡтығыҙ,
Күптән сығырға ваҡыт.

Яуап бирәләр бәпкәләр:
– Уйнайбыҙ, быжыҡ, быжыҡ!
Беҙ өшөргә бәпесме ни,
Йөрөмә, әсәй, мыжып.

Мин елғыуар түгел


Сәстәремде туҙҙыра ла,
Уйнайыҡ, ти, миңә ел.
Ваҡытым һис булмаһа ла,
Аптырата мине гел.

Ә үҙен тотайым тиһәң,
Ҡыуып етерлек түгел.
Башҡарған эшен уйлаһаң,
Һанап бөтөрлөк түгел.

Түтәл утап йөрөй инем,
Килеп етте бөгөн дә.
Уның менән гел уйнарға
Мин елғыуар түгел дә.

Читайте нас