+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
23 Мая 2021, 06:56

Һай, өлгөр ҙә инде үҙҙәре!

Был һүрәттә һеҙ Әбйәлил районы Салауат мәктәбенең беренсе синыф уҡыусыларын күрәһегеҙ.

Һәр яҡлап та өлгөлө, тырыш, уңған малайҙар. Төрлө бәйгеләрҙә һынатмайҙар, шундай өлгөр үҙҙәре. Кемдәр, тиһегеҙме? Айдан Аҡмыр­ҙин, Фидан Хисмәтов, Самат Кәримов һәм Динир Хәбировтар (һулдан уңға). Улар учи.ру платформаһында бик әүҙем шөғөлләнә. «Сәскә атыусы Гавайи» марафонында ҡатнашып, I урын алғандар. Синыф етәкселәре Эльвира Шәмсетдин ҡыҙы Йосопова шундай шәп уҡыусылары булыуына ҡыуанып бөтә алмай.

Был малайҙар I синыфты яҡшы кәйеф менән тамамлай. Уларҙың йәйге ялдарын да матур үткәреүҙәрен теләйек.

Гөлсөм ХИСМӘТОВА.
Читайте нас