+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
29 Мая 2021, 08:51

СССР-ға ҡайтҡандай булаһың

Ауылдаштарҙы ҡыуандырып, бер нисә ай элек Әсҡәт Семёнов музей асып ебәрҙе. Унда СССР ваҡытындағы ҡулланыуҙа булған әйберҙәр йыйыл­ған.

Әсҡәт Геннадьевич әйтеүенсә, музейҙы булдырыу тураһында оҙаҡ ҡына уйлап йөрөгән. Ауыл биләмәһе етәксеһе Салауат Факил улы Байсуринға мөрәжәғәт иткәс, бының өсөн бер бүлмә бирелә.

– Улдарым менән аҡлап, стеллаждар эшләп, экспонаттар йыйырға тотондоҡ. Ауыл халҡы, дуҫ­тар төрлө әйберҙәр менән ярҙам итте. Мәҫәлән, «Эләгерһең әле» йәнһүрәте төшөрөлгән билдәләрҙе Санкт-Петербургтан Сания Адеева ебәрҙе. СССР-ҙы кире ҡайтарып булмай, ләкин ул осор хаҡында беҙ оноторға тейеш түгелбеҙ, – ти ул.

Музейға Татырүҙәктән, хатта күрше ауылдарҙан килеп, экспонаттарҙы ҡарап, СССР ваҡытында ҡулланылған әйберҙәрҙе күреп ҡайталар. Мәктәп уҡыусылары ла бында йыш була. Дәрестән һуң синыф йәки туғандары менән музейға экскурсияға киләләр. Әсҡәт Геннадьевич барыһын да ихлас ҡаршы ала.

Гөлназ НАЗАРОВА.

Хәйбулла районы, Татырүҙәк ауылы.
Читайте нас