Уның модераторҙары булып "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалының йәш алып барыусылары Настя Бурмистрова менән Рөстәм Төхбәтов сығыш яһаны. Ултырышта сәнғәт, дөйөм белем биреү мәктәптәренән, балалар йорттарынан, шулай уҡ Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районынан ҡыҙҙар һәм малайҙар ҡатнашты. Балалар менән бергәләп түңәрәк өҫтәл артында Каринэ Хәбирова менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла рәхәтләнеп фекер алышты.
Форумда ҡатнашыусылар мәҙәниәт, архитектура, фән, киң мәғлүмәт өлкәһендә үҙ проекттарын тәҡдим итте, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
- Шундай мөғжизәле байрамда үҙебеҙҙең бала саҡ иленә барып ҡайтҡандай булдыҡ. Шуғалыр ҙа беҙ һеҙҙе аңлап, ярҙам итергә тейешбеҙ. Көндәлек мәшәҡәттәребеҙҙе артҡараҡ ҡуйып, ошо матур форумда ишеткән фекерҙәргә ҡолаҡ һалып, һорауҙарға яуап табырға ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Каринэ Хабирова.
Сарала белем биреү, күңел асыу программалары ла планлаштырылған ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы арт-майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, сәнғәт эштәре күргәҙмәләре, балалар кинопробалары һәм башҡа күп төрлө ҡыҙыҡлы проекттар үҙенә йәлеп итте. Актёрлыҡ өлкәһендә үҙҙәрен һынап ҡарау, режиссура, балалар анимацияһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үтте. “Тамыр” балалар телеканалының йәш хәбәрселәре телекастингтар ҙа үткәрҙе.
Шундай матур, эшлекле үткән мәҙәни форум балаларға киләсәктә хыялдарының тормошға ашыуына бик ҙур ышаныс бирҙе.