+13 °С
Ямғыр
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
6 Июнь 2021, 08:18

Тормош йомғағы

...Кистәрен әсәйем ҡул эштәре менән булышырға ярата. Ә мин ситтән генә уны күҙәтәм.

Ҡулына эләккән йөн, бейеүсе ҡыҙҙай өйрөлә-өйрөлә, орсоҡ таяғын урай. Әсәйемдең күҙ нурына наҙланып, ул нисектер матур, нәҙек килеп сыға. Ҡайһы бер саҡ иләй торғас, ҡәҙерлем арып китә. Ҡулындағы йомғаҡ тып итеп иҙәнгә тәгәрәп төшә. Ә мин уны алам да уйнай башлайым. Шул саҡ әсәйем:

– Эй, бәләкәс бесәйем, йә, бир әле йомғағымды, тиҙ бул! – тип, артымдан йүгерә. Ә мин көлә-көлә унан ҡасам! Йомғаҡты ҡулына алғас: «Йөн иләү – тиҫбе тартыу менән бер, ҡыҙым!» – тип әйтә. Һуңынан беҙ йөн тетеү, иләү, сиратыу менән бәйле төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәбеҙ. Уларҙың аҙағына ҡыҙыҡлы һөйләмдәр өҫтәп, тамамлап ҡуя инем.

Хәҙер мин ҙур инде. Мәктәптә уҡыйым. Ҡайтҡас, өйҙә ярҙамлашырға тырышам. Бер көндө йөн иләргә өйрәнгем килеп китте. Тырышып-тырышып уны теттем дә иләргә ултырҙым. Әсәйемдән ҡалышмай, нәҙек, тигеҙ итеп башҡарырға ниәтем. Әммә килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Быға бик борсолдом.

– Әсәй, ниңә мин иләгән йөн һинеке кеүек тигеҙ, нәҙек килеп сыҡмай? – тип һорайым.

– Тәүҙә шулайыраҡ инде. Минең дә башта тигеҙ сыҡмай торғайны. Түҙемлелек, сабырлыҡ кәрәк, ҡыҙым! Сабырлыҡтың төбө – һары алтын! Ҡай­һы бер йөн бик яҡшы булмай. Улар­ҙы тоташтырыуы ауыр, ә ҡайһы берҙәре тиҙ генә өйрөлөп, рәхәт кенә иләнә, – тине әсәйем.

Ептәр ҙә кеше кеүек төрлө була икән, тип уйлап ҡуйҙым. Ҡайһы берәүҙәр менән аралашыу еңел, ҡыҙыҡлы. Улар еп кеүек бер-береһенә тартылып, ярҙам итешеп йәшәргә тырыша, ә икенселәре менән һөйләшке лә килмәй.

– Әсәй, ә был ептәге төйөндәрҙе бөтөрөп булмаймы ни?

– Әйберҙәрҙең күркәмлеген юғалтмаҫ өсөн, балам, был төйөндәрҙе эске яғына ҡалдырырға кәрәк.

Шул саҡ минең башыма тағы ла бер уй килде. Ысынлап та, кеше тормошонда ла ошондай бәләкәсме, ҙурмы төйөндәр бар бит. Ауырлыҡтар, еңелеүҙәр, асыуланышыуҙар...

– Ә был ваҡытта нимә эшләргә? – тип һораулы ҡарашымды йәнә әсәйемә йүнәлтәм.

– Нимә эшләргә?.. Йә уйлап ҡара әле үҙең.

– Ул «төйөн»дәрҙе, ауырлыҡтарҙы һәм ҡыйынлыҡтарҙы «эстә» ҡалдырыр­ға кәрәк, шулай бит, әсәй!

– Эйе, балам, һәр нәмәне тышҡа сығарып, һөйләп йөрөү ярамай. Был кешене биҙәмәй. Әгәр яҡты киләсәккә ышанаһың икән, шул саҡ барыһы ла яҡшы буласаҡ, ә ауырлыҡтар артта ҡаласаҡ...

Эльвира ЕНИКЕЕВА.

Читайте нас