”Мин дә ҡыҙымдың репетицияларын, тәүге еңеүҙәрен күҙәтеп барҙым. Беҙ балаларыбыҙҙың башланғыстарын хупларға һәм төрлө яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ. Минең тәжрибәмде башҡалар ҙа ҡабатлар, шундай хәлдә ҡалған балаларға матди ярҙам күрһәтер тип ышанам. Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ! - тине депутат. – Уңыштар һиңә, Самир! “Байыҡ” проектындағы сығышыңды ҡарарға мотлаҡ киләсәкмен!” - тине Зариф Байғусҡаров.