+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
9 Июня 2021, 09:14

Миҙхәт мажаралары

Телкөрмәлдергес Мөхтәрҙең малайы Миҙхәт мото­циклдар менән мауыға.

Миҙхәттең маҡсаты – матайға менеү. Малай мотоциклға мохтаж. Мыжыҡ малай Мөхтәрҙең мейеһен маҙаһыҙлай:

– Мотоцикл менәм! Мотоцикл!

– Мыжыма! Малайһың! Маймылдан махсуслашмағанһың!

Миҙхәт мыймылдай ҙа мыймылдай. Малайының мыжығанынан, мейеһен михнәтләндереүенән Мөхтәр мотоцикл мәсьәләһенә мәжбүрләнде. Миҙхәттең мохтажлығы майланғас, мыжыҡ малайы менән Мөхтәрҙең мөнәсәбәттәре матурланды. Мөхтәр малайын мәғлүмәтләндереп, матайына мендерҙе.

Малай маһайҙы, меҫкенкәй ме­нер­гә маташты, мәл менән матайына менде. Миҙхәт мотлаҡ матайын майланы, майҙанда, мәктәптә малайҙарға маҡтанды.

Майҙың мәлендә мандыған Миҙхәт Магнитта матайы менән мауыҡты. «Мерседес» машинаһы меҫкен мотоциклға мәғәнәһеҙ менде… Миҙхәттең матайы мөйөштә мәрхәмәтһеҙ мыртланы. Михнәтле мажара… Малай мотоциклға мохтажланмай, мөғжизәгә мохтаж… Мотоциклға менмәҫкә – мөһөр! Меңләгән малайҙарҙың мауығыуы: матайға – мөһөр! Миҙхәттең мото­цикл менән михнәттәре, ми­нең­сә, мөхтәрәм малайҙарға мөһим миҫал. Мауығыуҙар мөхитебеҙҙе мөхтәрәм малайҙарҙан мәхрүмләмәһен!

Ләйзә МӨХӘМӘТҒӘЛИНА.


Читайте нас