+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
12 Июня 2021, 04:00

Тәбиғәттән көс. зауыҡ, моң алған

Шаһивилдан Уйылдан улы ИҘРИСОВ 1937 йылда тыуған. Күпте күргән, кисергән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған кеше ул.

«Өҙмә өмөтөңдө генә» исемле шиғырындағы һүҙҙәрҙе йәшәү нигеҙе итеп алған үҙешмәкәр шағир:

«Яҙмыш күге гелән аяҙ тормай,

Шыма түгел тормош юлдары.

Намыҫына һис тә тап төшөрмәй

Илдең ирмен тигән улдары», – тип яҙған.

Бәләкәйҙән етем ҡалып, ел-дауылдарға ҡаршы тороп, оло юлға баҫып, юғары белемле булып, тырыш хеҙмәте менән дәрәжәле урындарҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Уй-кисерештәрен, тормош тәжрибәһен, Тыуған илгә, башҡорт теленә һөйөүен бер нисә шиғри йыйынтыҡтарына теркәгән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев Шаһивилдан Уйылдан улының «Тыуған илем, ерем, моң шишмәм» шиғри йыйынтығын уҡығас, уның тураһында: «Тыуған ерҙең йәменә, тор­мош матурлығына мөкиббән ғашиҡ», – тип яҙғайны. Ә Баш­ҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәй­ҙуллина иһә: «Үҙенең әҙәби ижады– нағышы, булмышы, рухы, гүзәллекте, күркәмлекте тоя белеүе менән ул тәбиғәттән көс, зауыҡ, моң алған ысын шағир һәм оло шәхес», – тигәйне «Ҡыштарымда көтәм яҙымды» тигән шиғыр йыйынтығының баш һүҙендә.

Шаһивилдан Уйылдан улы Рәшит ағай Иҙрисов менән «Тамырҙарым һин­дә, тыуған ер» исемле күләмле китап яҙҙы. Тағы ла ике йыйынтығын уҡыу­сыларына, балаларына мираҫ итеп ҡалдырҙы. Һүҙем «Хикмәтле хәрефтәр» һәм «Хәрефтәр на­ғышы» исемле китапсыҡтар тураһында.

Беренсеһендә –10 хикәйә. «Бер төрлө хәреф менән генә башланған һүҙҙәрҙе табып, өйрәнеп, һөйләмдәр, хатта текст килеп сығырлыҡ итеп урынлаштырыу шағир­ҙың туған телен яҡшы белеүен генә түгел, ә бө­тә күңеле, булмышы менән тойоуын күрһәтә», – тип билдәләне Баш­ҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилева, ошо китаптарҙы үҙ дәрестәрендә ҡулланып.

Бөгөн гәзит уҡыусыларға башҡорт алфавитының 42 хәрефенә башланған шиғырҙарын тәҡдим итәм. А хәрефенән Я хәрефенә тиклем тик бер генә хәреф менән яҙылған 42 дүрт юллыҡ! Шаһивилдан Уйылдан улы баҡыйлыҡҡа күсһә лә, әҫәрҙәре оҙаҡ йылдар тыуған төйәккә мәҙхиә йырлап, уҡыусылар күңелен сафландырыусы яҡты, йылы ижад булып ҡалырына иманым камил. Тәҡдим ителгән шиғырҙарҙы мәктәпкәсә йәштәге, шулай уҡ башланғыс синыф уҡыусылары һәм башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн артикуляцион аппараттарын камиллаштырыуға булышлыҡ итеүсе ҡулланма итеп тә ҡабул итергә була.

Райхан ИҘРИСОВА,

Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәренең почётлы хеҙмәткәре,

Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.

Шаһивилдан ИҘРИСОВ

А
А
Аҡтырнаҡ аш ашағанды
Алабай абайламай,
Алдындағы Аҡморондо
Абалай ҙа абалай.
Б
Быҫҡаҡлы буранда бүре
Бурлыҡҡа барыр булған.
Бағауыл барлығын белгәс,
Бармайынса боролған.
В
Вәт, ваҡиға: ватылғайны
Вәлиҙәрҙең вазаһы,
Валсыҡтарын ваҡлай-ваҡлай,
Вәс-сәләмләй вазаны.
Г
Гөр ҙә гөр, гөр-гөрөлдәйҙер
Гөрләүек гөлдәгеләй.
Гүйә, гәлсәр гәрәбәләр
Гөлдөр-гөлдөр гөлдөрләй.
Ғ
Ғәлләмдең ғәйрәтһеҙлегенә
Ғәли ғәйәт ғәрләнде.
Ғәлим дә ғәҙелһеҙлектә
Ғәйепләмәй Ғәлләмде.
Д
Дамир, Даян дәртләнделәр
Дөлдөлдө дағаларға.
Дөлдөлдө дағалағас та
Дүрткүҙҙе дауаларға.
Ҙ
Ҙураттарҙы ҙурайтҡанда
Ҙурҙары ҙураймаһын.
Ҙураттар ҙурайғанда ла,
Ҙурығыу1 ҙураймаһын.
Е
Елкәмдәге елкәнемде
Ектем етеҙ елдәргә.
Елкәнем еңел, елдерер
Елдәр еткән ерҙәргә.
Ё
Ёлка – башҡортса шыршы,
Ёжик ул терпе була.
Ёрш – сәнскеле балыҡ,
Ётёхтёх – Яҡутстанда ҡала.
Ж
Жюри жетонлай жирафҡа
Жәлилде жокейлыҡҡа.
Жираф жакетһыҙ жокейҙы
Жонглёрҙарса жыйлатты.
З
Зәкиә лә, Зәйтүнә лә
Зирәк, зыялыҡайҙар,
Зерәме ни замансалап
Залдарын зауыҡлайҙар.
И
Игенселәр иренмәйҙәр
Иртүк иген игергә.
Иренгәндәр иркәләнмәй,
Иҫәпләнмәйҙәр иргә.
Й
Йәшеллекте йәнләндерҙе
Йәмле йәйғорҙан йәйә.
Йәнә йәшнәтеп йәмдәрҙе
Йәмилә йәйғор йыя.
К
Күлдәгенең килешкәнен
Көҙгөнән дә күрергә
Кәримәгә кәрәк кеүек
Күршеләргә керергә.
Ҡ
Ҡаса-боҫа ҡыҙыҡайҙар
Ҡыҙынған ҡыҙыу ҡомда.
Ҡалғандар ҡурсаҡҡайҙары
Ҡояштың ҡыҙыуында.
Л
Лилиә лысмаҡайланғас2,
Ләләне лысмаҡайлайыҡ.
Ләйсәндә лысмаҡланғандар
Ләззәтләнеүгә лайыҡ.
М
Мыяубикәне муйынсаҡлап
Мәҙәкләй Миңлебикә.
Муйынсаҡҡа мөрхәтһенмәй
Мыяулай Мыяубикә.
Н
Нәсимәнең нағыштары
Нәзәкәтле, нарыҡлы.
Нәғимәнеке, ниңәлер,
Нәзәкәтһеҙ нағышы.
Ң
«Ун» «уң» булмай шул һаман,
Әгәр ҙә «ң» булмаһа.
Һүҙ башында тормаһа ла,
«Миң» «мин» була, һуңлаһа.
О
Ошондағы осҡатлыҡҡа3
Осҡайны осорғосом.
Ошо остоҡтай ояға
Осраған осло осо.
Ө
Өйәңкеле өйрөлмәктә
Өйрәктәр өй(ө)рөләләр.
Өйөрмәләй өй(ө)рөлөшөп,
Өркөшөп өйөләләр.
П
Перрондағы пассажирҙар
Панама, париктарҙа.
Пляждағы парадмы ни,
Парадмы парктарҙа.
Р
Рәсүл, Рәхим ризалашып,
Рәшәткә рәтләнеләр.
Рәшәткәне рәтләгәнгә
Раушандар рәхмәтлеләр.
С
Сабыйҙың сәңгелдәгенең
Семәре сағыу ғына.
Сағыу сәскәләр сигелгән
Сымылдыҡ сабыуына.
Ҫ
«Ҫ»-ға ҡойроғон ҡуймаһаң,
Аҫҡаҡ аҫ4 асҡаҡ була.
Мәғәнәһен тойомлаһаң,
Асылын асып һала.
Т
Таһир, Тәлғәт, Тәнзиләләр
Табышмаҡ табышалар.
Табылмаҫтай табышмаҡтар
Табырға тырышалар.
У
Урамда ла, урманда ла
Уйнайҙар ул уйынды.
Ул уйынды уйнағанда
Уяулыҡ, уй урынлы.
Ү
Үркәсте үрләп, үҙәндән
Үткенселәр үткәндә,
Үкһеҙ үкереп үгеҙҙәр
Үтекләйҙәр үртәнде.
Ф
Фәриттең фәнни фекерен
Файҙаға фаразлайыҡ,
Фәһемле фиҙаҡәрлеген
Фәҡәт фатихалайыҡ.
Х
Хөсәйен, Хәбир – хәрбиҙәр,
Хеҙмәттәләр хәҙергә.
Хәрби хеҙмәттәгеләрҙе
Хөрмәтләйбеҙ хәҙер ҙә.
Һ
Һибәт һис тә һатыулашмай
Һыбыҙғыны һайлата.
Һыбыҙғылары, һорнайҙай,
Һандуғасты һайрата.
Ц
Цистерналағы цементты
Циклон цилиндрҙарында
Центрифугалағас, цикллап
Цех цоколен цементла.
Ч
Чабанлыҡ чемпионатында
Чехия чемпиондары,
Черкескалағыларымы?
Чечняның чабандары.
Ш
Шаптор-шоптор шаптырланы
Шаршыла шылғыр5 шамбы.
Шамил шәйләп шул шамбыны
Шыпырт ҡына шаңғытты.
Щ
«Щи», тигәндә һүҙ башында,
«Борщ», тиһәң, ул аҙаҡта.
«Ш» хәрефе ҡойроҡланһа,
Нескәрәк өн аңлата.
Ы
Ырйыҡайланып6 Ынйыҡай
Ынйыларын ырғытты.
Ынйылары ырғанлашып
Ырмауҙарға ырғылды.
ъ/ь
Айырым да йәшәмәйҙәр,
Һүҙ башында килмәйҙәр.
Ҡатылыҡты, нескәлекте
Билдәләйҙәр кескәйҙәр.
Э
Эре-эре энағасты
Эйештерәм энемә.
Эй, энекәш, эйелгәндә
Эләкмә энәһенә.
Ә
Әкрен генә әүрәтә лә
Әбейҙең әкиәттәре.
Әүҙем генә әүелйетә7
Әүәйгә әүкәйҙәрҙе.
Ю
Юртағын юрттырып Юлай
Юлланғайны юлаҡҡа,
Юл юҫығында юшауҙа
Юрғаһына юлыҡты.
Я
Ялтыр яулығын яратып
Ябына Ямал яҙын.
Яғымлылыҡ, ябайлығы
Яҡшырта ғына яйын.

* * *

Беҙ хәрефтәр, өндәр менән
Һеҙгә һүҙҙәр өйрәттек.
Телебеҙҙең гүзәллеген
Бер аҙ ғына күрһәттек.
Һинең белемле булыуың
Хәҙер үҙеңдән тора.
Тел матурлығы серҙәрен
Уҡытыусыңдан һора.
________________
1 Ҙурығыу - хәлдән тайыу.
2 Лысмаҡайланғас - еүешләнеү.
3 Осҡат - ҡыҙыллы-һарылы ҡуш емешле ҡыуаҡ.
4 Аҫҡаҡ аҫ - ниҙелер элеп ҡуя торған аҫтағы ҡулайлама.
5 Шылғыр - шыма.
6 Ырйыҡайланыу - ҡыланыу.
7 Әүелйеү - йоҡоға талыу.

Читайте нас