Бестужев тоҡомло һыйырҙың ҡушаматы ла бик матур бит әле – Миләш. Малҡай 9-сы тапҡыр быҙаулаған, шуларҙың икеһендә икешәр игеҙәк “алып ҡайтҡан” булған. Ғүмер буйы ауыл хужалығында оҙаҡ йылдар зоотехник булып эшләгән Эдуард Зәйнетдинов ағай әйтеүенсә, һыйыр малында бер юлы дүртте быҙаулау – һирәк һәм уникаль күренеш. Хужалар һөтлөбикәнең бындай бүләгенә бигерәк тә шат. Әлбиттә, безәүкәйҙәрҙе үҫтерешергә инәләренә ярҙам итәләр, уларҙы биҙрәнән һөт эсергә өйрәтәләр. Хәҙер малҡайҙар нығайған инде, шаярып-һикереп йөрөйҙәр.