+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
17 Июня 2021, 06:09

Тәнәфестә...йоҡлайҙар

Ҡытайҙа кесе йәштәге мәктәп балалары тәнәфес ваҡытында парталарына ятып йоҡлап ала.

Бер ниндәй карауат та, түшәктәр ҙә кәрәкмәй. Ҡаты булыуы арҡа өсөн файҙалы ла. Бер кем һөйләшмәй, бер кем ҡарап ятмай. Бөтәһе лә күҙҙәрен йомоп, ысын мәғәнәһендә ял итә. Ә бит ныҡ арыған саҡта әҙ генә серем итеп алыу ҙа күп көс бирә.

Беҙҙә берәйһе, ял итәм тип, парта өҫтөнә менеп ятһа, барыһы ла көлөр, ә уҡытыусы тәртибенә «икеле» ҡуйыр, хатта ата-әсәһен мәктәпкә саҡыртыр ине, моғайын.
Читайте нас