Барлығы республикабыҙға 39 илдең делегацияһын көтәбеҙ. Әҙерлекте һәм эпидемиологик именлекте тәьмин итеү мәсьәләләре лә республика Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә ҡаралды.
Шулай итеп, ҡунаҡтар беренсе чартер рейсы менән Өфөгә 1 июлдә килеп төшәсәк. Барлығы - 1163 ҡатнашыусы. Уларға йәшәү өсөн туғыҙ ҡунаҡхана һәм шифахана учреждениелары әҙерләнде, – тине Әминә Шафиҡова. Рәсәйгә килер алдынан бөтә ҡатнашыусылар ҙа ПЦР-тестың кире һөҙөмтәләре менән килергә тейеш, беҙгә килгәс, йәнә бер тапҡыр тикшереү үтәсәктәр. Әгәр бер генә вәкилдә ковид сире асыҡлана икән, был ил кешеләрен бөтөнләй Фольклориадаға индермәйәсәктәр. Санитар хеҙмәттәр ҡунаҡтарҙы даими күҙәтеүҙә тотасаҡ, ҡала буйлап бар хәрәкәттәр ҙә махсус автобустарҙа буласаҡ.
Фольклориада республиканың 22 районында үтә.Ул 3 июлдә “Өфө-Арена” боҙ һарайында “Ер. Йән.Фольклор” программаһы менән асыла. Барлығы 800-ләп артист ҡатнаша, улар араһында Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина үҙенең төркөмө менән, Кубань казактары хоры, “Гжель” Мәскәү академия бейеү театры, Рәсәйҙең атҡаҙанған һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, йырсы Марина Девятова, Тина Кузнецова һәм Башҡортостандың үҙешмәкәр һәм профессиональ коллективтары сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ тантанала Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин да ҡатнашасаҡ.
4 июль БР Милли музейында донъя халыҡтары битлектәре халыҡ-ара күргәҙмәһе һәм музыка ҡоралдарының фотокүргәҙмәһе уҙа. “Торатау” конгрес-холында мәҙәни байлыҡты һаҡлау буйынса халыҡ-ара конференция ла планлаштырылған. Бында шулай уҡ ҡул оҫталарының эше менән танышырға мөмкин. Ҡатнашыусыларҙың костюмдар парады, хороводы байрамдың иң матур өлөшө булмаҡсы. Ул 4 июлдә киске сәғәт 5-тә башланып, Башҡорт академия драма театрынан алып “Торатау”ға тиклем һуҙыласаҡ. Был иң күп милләттәр һәм илдәр ҡатнашҡан сара булараҡ, Гиннестар рекордтар китабына ла индереләсәк.
Концерттар көн һайын тиерлек амфитеатрҙа уҙасаҡ, һәр тамаша хэдлайнерҙар, эстрада йондоҙҙары сығыштары менән тамамланасаҡ. 5 – 8 июлдә ҡунаҡтар төрлө төркөмдәргә бүленеп, райондарға юл тотасаҡ. Һәр урында уларҙы бай программалар көтә.
Байрам “Торатау” конгрес-холы амфитеатрында ҙур салют менән тамамлана. Ошондай ҙур сараны 8 ил журналисы, 52 федераль канал яҡтыртасаҡ, Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһы аша тура трансляция буласаҡ.