+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
30 Июня 2021, 10:20

Ҡояшта ҡыҙынғанда һаҡ булығыҙ!

Әгәр ҙә һин ҡып-ҡыҙыл булғанһың икән, иртәгә үк матур булып тәнем ҡараясаҡ, тип хыялланма ла: ҡояшҡа яныу менән ҡыҙыныу икеһе ике нәмә.Улар айырыла.

Шуға ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
* Ике сәғәткә яҡын ҡояш аҫтында булһаң, харап булаһың. Ул сағында тирегеҙгә зыян килеп ҡуйыуы бар.
* Аҡ тәнле кешеләргә мөмкин тиклем ҡояшта аҙыраҡ булырға тырышырға кәңәш ителә.
* Еүеш тәнгә нурҙар нығыраҡ тәьҫир итә, шуға ла һыуҙан сыҡҡас, яҡшылап һөртөнөргә кәрәк. Юғиһә, һыу тамсылары, лупа кеүек ҡыҙҙырып, тәнегеҙҙе яндырыуы ихтимал.
* Һыуға инер алдынан күләгәлә ултырып бер аҙ һыуынырға кәрәк.
* Ҡыҙынғанда артыҡ күп шыйыҡса эсергә ярамай, бигерәк тә кока-кола, пепси-кола кеүек эсемлектәр организмға насар тәьҫир итә.
* Ғалимдар иҫәпләүенсә, аҡ тәнле кешеләр үҙ ғүмерендә тәненә зыян килтермәйенсә генә 50 мең сәғәт ҡояш аҫтында була ала икән. Ә ҡарағусҡылдар – 150 мең сәғәт. Шунан һуң тиренең һаҡланыу һәләте кәмей икән.
* Еңел сарафан йәки кизе-мамыҡ туҡыманан тегелгән футболка ҡояш нурҙарының 60 процентын үткәрә.
* Ҡояш нурҙарының иң ҡурҡыныс ваҡыты көндөҙгө 12-нән 16 сәғәткә тиклем.
Фото: traveltimes.ru
Читайте нас