+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
1 Июля 2021, 05:07

Ҡыҙыҡ һынамыш

1. Ҡыҙыл, ҡара, йәшел, күк йәки һары төҫтәр араһында ҡайһыныһы нығыраҡ оҡшай?

2. Исемеңдең тәүге хәрефе нисек?

3. Тыуған айың.

4. Аҡмы, ҡарамы?

5. Үҙеңдең енесеңдәге бер кешене әйт.

6. Яратҡан һаның?

7. Осоу йәки йөрөү оҡшаймы?

8. Океанмы, күлме?

Яуаптар

1. Ҡыҙыл – ғәйрәтең ташып тора, тормошоң мөхәббәт менән тулы.

Ҡара – һин иҫке ҡарашлы, сағыуһың.

Йәшел – һин тыныс холоҡлоһоң.

Күк – һөйгәнеңдең иғтибарын йәлеп итергә, наҙланырға яратаһың.

Һары – һин бик бәхетле кеше. Кемгә ҡыйын, шуларға яҡшы кәңәштәр бирәһең.

2. А – К – тормошоғоҙ һөйөү һәм дуҫлыҡ менән тулы.

Л – Р – тормошта күбеһенсә рәхәт йәшәргә тырышаһың, шәхси тормошоңда оҙаҡламай яҡшы үҙгәрештәр буласаҡ.

С – Я – кешеләргә ярҙам итергә яратаһың, шәхси тормошоң яҡшы буласаҡ.

3. Ғинуар – март – йыл яҡшы үтәсәк, ҡапыл ғына ғашиҡ буласаҡһың.

Апрель – июнь – көслө хистәр көтөлә, тик улар оҙаҡҡа һуҙылмаясаҡ. Шулай ҙа ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ.

Июль – сентябрь – йыл яҡшы буласаҡ, тормошоңда үҙгәрештәр көтөлә.

Октябрь – декабрь – һөйгәнеңде осратырһың.

4. Аҡ – ышаныслы дуҫың бар, ул һинең өсөн бөтәһенә лә әҙер.

Ҡара – тормошоң үҙгәрәсәк, оҙаҡламай яҙмышыңа рәхмәтле булырһың.

5. Был – һинең яҡын дуҫың.

6. Ошо тиклем дуҫтарың буласаҡ.

7. Осоу – мажаралар яратаһың.

Йөрөү – үҙгәрештәр яратмайһың.

8. Күл – һин дуҫтарыңа һәм мөхәббәтеңә тоғроһоң.

Океан – һин кешеләрҙе ҡыуандырырға яратаһың.

Фото: cdnpdf.com



Читайте нас