

*Ярлы күпме аҡса таба, шуны тотона. Ә байҙар эшләгәндәрен йыйып бара.
*Ярлы йомарт, аҡса биреп барыусан. Байҙар, киреһенсә, һарандар.
*Ярлы һатып алыусы ҡуйған хаҡҡа әйбер ала, бай бөтә ерҙә лә ташлама яһауҙарын талап итә.
*Байҙың бер ваҡытта ла артыҡ аҡсаһы юҡ, ә ярлыныҡы бар.
*Бай алдан уйланмаған сығымдарҙы үҙенә рөхсәт итә алмай.
*Ярлы нимәгә оҫта, шуны эшләй, бай төрлөсә аҡса табыу юлдарын эҙләй.
*Ярлы – ярлыға, бай байға ярҙам итә.
*Ярлы аҡса тураһында һөйләй, бай был хаҡта өндәшмәй.
*Байға 1 һум аҡса бир, ул унан миллион яһар, ярлыға миллион бир, ул уны туҙҙырып бөтөрөр.
*Бай һәр ваҡыт сығымдарын тикшереп тора, ә ярлы бер ваҡытта ла аҡсаһы нимәгә бөткәнен белмәй.
*Ярлы өсөн аҡса – тормош маҡсаты, бай өсөн – мөмкинлектәр.
*Бай – аҡса менән, ә ярлы менән аҡса идара итә.
*Бай аныҡ мәсьәләләр һәм һандар хаҡында уйлай.
*Ярлыға байлыҡ бирһәң, уның бөтә етешһеҙлектәре күренәсәк.
Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА әҙерләне.
Фото: ptzgovorit.ru