

Ҡайһы ҡыҙҙың кәстрүлдәге һыуы тиҙерәк ҡайнап сыға, шул принцҡа кейәүгә сығасаҡ икән. Шарттар бер үк: кәстрүлдәр бер үк күләмдә, һыу ҙа тигеҙ ҡойолған, йылытыу температураһы ла бер иш. Тағы ла мөһим бер шарт: бәләкәй ҡыҙ кейәүгә сығырға йыйынмай, турнирҙа ла еңергә уйы юҡ. Уртансылары тиҙерәк атай йортонан китергә теләй, ә иң өлкәндәре ошондай принц хаҡында хыяллана, бөтә күңелен бирергә әҙер. Ҡайһы ҡыҙҙың кәстрүлдәге һыуы тиҙерәк ҡайнап сыҡҡан, тип уйлайһығыҙ? Яуапты комментарийҙа яҙығыҙ.