

"Өфө-Арена"ла (Ленин урамы, 114) грэпплинг, ирекле көрәш, грек-рим көрәше буйынса ярыштар уҙасаҡ. 54 илдән 1 мең 500 йәш спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Әлбиттә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы ҡәтғи саралар үтәләсәк. "Өфө-Арена"ға инеү өсөн вакцинация үтеүең тураһында сертификат, кире ПЦР-тест һөҙөмтәһе йәки вакцина эшләргә ярамауы тураһында белешмәң булырға тейеш.
Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте tickets.hcsalavat.ru сайтында белергә, шунда уҡ билеттар алырға мөмкин. Билет хаҡы - 250-нән 1 мең һумға тиклем.
Фото: Башинформ.