+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
28 Июля 2021, 06:19

Өс дуҫ һыуға батыусыны ҡотҡарған

12 йәшлек Филатов Дмитрий, Казбулатов Арыҫлан һәм Скулкин Максим һыуға батыусы баланы ҡотҡарған өсөн награда менән бүләкләнәсәк. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итәләр.   

Өс дуҫ һыуға батыусыны ҡотҡарғанӨс дуҫ һыуға батыусыны ҡотҡарған
Өс дуҫ һыуға батыусыны ҡотҡарған

Ваҡиға 2 июлдә Межгорье ҡалаһында була. Өс дуҫ Кесе Инйәрҙә һыу инеп йөрөгәндә бер баланың ҡысҡырғанын ишетеп ҡала, баҡһаң ул батып бара икән, һыу аҫтынан бер ҡулы ғына күренә. Малайҙар шунда уҡ ярҙамға ташлана. Сума белеүҙәре бына ҡасан кәрәк була! Арыҫлан тәрәнгәрәк сумып, баланың аяғына эләккән ылымыҡтарҙы алып ташлап, өҫкә этәрә, Максим сәсенән һөйрәй, Дима иһә ҡулынан тарта. Шулай итеп, батып барыусыны һыу өҫтөнә сығара алалар. Унан инде өлкәндәр ҙә ярҙамға килә. Ысын батырҙарса һәм дөрөҫ эш итә малайҙар. Афарин! Иғтибарлы, ярҙамсыл, ҡыйыу булыуҙары менән баланы ҡотҡарғандар. Улар наградаға лайыҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәй буйы күпме кеше һыу ингәндә батып үлә... Кемдер тыйылған урында йөҙөп һәләк була, икенсе берәүҙәр эскән килеш һыуға төшә. Ә бәләкәй балаларҙы иһә бер минутҡа ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай шул.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән ("Межгорье" гәзите).

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас