

Бөгөнгө балалар араһында анонимус модала икән дә. Эй ҡыҙыҡ та инде үҙҙәре: был масканың тарихы тураһында беләләрме икән? Бер заман бөтәһенең дә ҡулында спиннер була торғайны, хәҙер таныш-тоноштар бәләкәстәргә поп-ит тигән нәмәне бүләк итеп ала. Мода. Ә уны эшләп сығарыусылар рәхәтләнеп кеҫә ҡалынайта.
Анонимус, йәғни Гай Фокс маскаһы боронғо ваҡытта ризаһыҙлыҡ белдереү символы булған. Ә бөгөнгө үҫмерҙәр уны Тик-токта көлкөлө һәм ҡыҙыҡлы видеолар төшөргәндә ҡулланыу өсөн һәм был битлек күп тиҫтерҙәрендә булған өсөн, миндә лә булһын, тип алалыр, моғайын. Был мода ла үтер һәм урамдарҙа битлек кейгән сәйер күренгән балалар осрамаҫ...
Фото: Яндекс.Дзен.