+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Август 2021, 16:51

Виктор Цой."Кино".Легенда

Бөгөн Цойҙың ижадына табыныусылар легендар рок-музыкантты иҫкә ала. 31 йыл элек 15 августа совет рок-музыканты, йырсы, "Кино" төркөмө лидеры Виктор Цой 28 йәшендә Латвияла автоһәләкәттә һәләк була.

Виктор Цой."Кино".Легенда
Виктор Цой."Кино".Легенда

Ул 1962 йылда Ленинград ҡалаһында тыуа. Атаһы - инженер, әсәһе - физкультура уҡытыусыһы. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә ярата, йыр-моңға һәләтле була. 13 йәшендә ата-әсәһе уға гитара алып бирә.

"Кино" төркөмөнә Цой нигеҙ һала. Үткән быуаттың 80-се йылдарында  йырҙары бик популяр була. Үҙе ижад итә, башҡара, гитарала уйнай. Ә "Кино" төркөмөнөң "Группа крови" тигән альбомы сыҡҡас, Цойҙың йырҙары һәр ихатала, һәр өйҙә, тиерлек, яңғырай. Күп йәштәр уның йырҙарын гитарала уйнап йырлай, хатта Цой кеүек кейенеп йөрөй башлайҙар.

Виктор Цой картиналар ҙа төшөрә, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шулай уҡ фильмдарҙа уйнай. Әммә ул халыҡ хәтерендә рок легендаһы булып ҡала.

"Кино" төркөмөн бөгөнгө йәштәр, үҫмерҙәр ҙә яратып тыңлай, өйрәнә, йырҙарын башҡара. 

 

Фото: Яндекс.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: