+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
21 Август 2021, 14:20

Нимә ул аҡыл?

Вьетнам халыҡ әкиәте

Нимә ул аҡыл?
Нимә ул аҡыл?

Бер крәҫтиән баҙарҙан ҡайтып килә икән. Тауарын, ике кәрзингә тултырып, бамбук көйәнтәгә элеп алған. Шулай килә торғас, кис еткән, ҡараңғы төшә башлаған. Крәҫтиән дә аҙымын тиҙләткән. Юҡ, ҡурҡ­ҡандан түгел. Шулай ҙа ҡара урманда нимә генә булмаҫҡа мөмкин?!
Ҡапыл шырлыҡ араһынан бик ҙур Юлбарыҫ килеп сыҡҡан. Крәҫтиән ҡаушауынан көйәнтәһен ергә ташлаған да януар алдына килеп тубыҡланған.
– Юлбарыҫ дуҫ, зинһар, мине ашай күрмә инде, – тип ялбарған меҫкен тауыш менән. – Теймә инде бер юлға. Күрәһең бит, бик ябыҡмын, ҡоро һөйәк кенәмен. Мине ашап, барыбер тамағың туймаҫ.
Йәнлек, тештәрен ыржайтып, уға былай тигән:
– Ярай, әгәр минең бер шартыма күнһәң, теймәм.
– Шартыңды әйтә күр, Юлбарыҫ дуҫ!
– Минең кеше аҡылы тураһында күп ишеткәнем бар. Нимә ул аҡыл? Ашай торған әйберме? Әллә түгелме? Нисек кенә булмаһын, һин, әгәр тере ҡалғың килһә, хәҙер үк аҡылыңды миңә бир.
– Бирер инем дә ул, – тигән Крәҫтиән, үкенесле көрһөнөп. – Тик уны үҙем менән алып сыҡмағайным бит әле. Өйҙә һандыҡҡа бикләп ҡалдыр-ғайным.
– Улай булғас, өйөңә барайыҡ.
– Барыр инек тә ул… – Крәҫтиән, ниндәйҙер хәүеф барлығын белдереп, тауышын аҡрынайтҡан. – Ауыл халҡы, күреп ҡалып, һине үлтереп ҡуйыр тип ҡурҡам.
– Улайһа, үҙең генә ҡайтып алып кил, мин ошонда көтөп торормон. – Юлбарыҫтың асыуы ҡабара башлаған.
– Ярар, алып килермен, – тигән Крәҫтиән уға. – Тик һиңә бигүк ышанып бөтмәйем бит әле.
– Ни өсөн?
– Боролоп китеү менән, миңә ташланыуың бар.
Юлбарыҫ урман яңғыратып көлөп ебәргән:
– Ха-ха-ха! Их, һин, ҡурҡаҡ йән! Ундай шигең бар икән, мә, бынау лианалар менән мине анау ағасҡа ҡуша бәйләп ҡуй.
Крәҫтиән Юлбарыҫ ҡушҡанса эшләгән. Шунан аҡыл алып килергә ҡайтып киткән.
Ул оҙаҡ көттөрмәгән, тиҙ үк килеп тә еткән. Ҡулында мылтығы, эргәһендә ике иптәше лә бар икән.
– Бына ошо була инде аҡыл, – тигән ул Юлбарыҫҡа, хәйләкәр йылмайып. – Төшөндөңмө хәҙер?..

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: