+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
28 Август 2021, 12:25

"Ун ике таяҡ"

Уйнайыҡ бергәләшеп!

"Ун ике таяҡ"
"Ун ике таяҡ"

Дуҫтар, йәйегеҙ нисек үтте? Әллә каникулда ла смартфондан, «Тик-Ток»тан айырыла алмай, өйҙә ултырҙығыҙмы? Моғайын, туйғансы тышта уйнағанһығыҙҙыр, һыу ингәнһегеҙҙер, еләк-емеш йыйған­һығыҙҙыр, сәйәхәткә лә барған­һығыҙҙыр, шулай бит?
Элек ауылдарҙа ҡыҙҙар һәм малайҙар төрлө хәрәкәтле уйын­дар уйнай торғайны. Шуларҙың береһе – «Ун ике таяҡ»ты әле лә балалар ярата. Ниндәй уйын, тиһегеҙме? Берәй түмәр йәки ҡалыныраҡ таҡта, таш, оҙон таҡта һәм 15 – 20 сан­тиметр тирәһе оҙонлоҡта 12 таяҡ кәрәк була. Шунан берәй һамаҡ әйтеп, эҙләүсене билдәләйҙәр. Мәҫәлән,
Бер бабай юлға сыҡҡан,
Тәгәрмәсе боҙолған,
Уны йүнәтеү өсөн
Нисә сөй кәрәк булған?
Кемдә туҡтала, шул берәй һан әйтә. Артабан һан кемдә туҡтай, шул эҙләүсе була. Матур итеп баяғы түмәргә һалынған таҡтаның ергә тейеп торған яғына 12 таяҡ һалына. Уйынсыларҙан кемдер теге осона баҫа ла таяҡтар ергә һибелә. Эҙләүсе уларҙы йыйып алғансы ҡалғандар йәшенеп бөтөргә тейеш.
Эҙләгән ваҡытта берәй шуҡ ҡына иптәшегеҙ йәшенгән урынынан сығып, таҡта осона баҫып, йыйған таяҡтарыңды яңынан туҙҙырып китеүе лә бар. Ул саҡта өр-яңынан теҙеп, ҡабаттан эҙләй башлайһың инде. Шуның өсөн был уйында бик иғтибарлы, етеҙ булырға кәрәк. Таяҡтарҙы ла һаҡларға, йәшенгән балаларҙы ла табып бөтөргә тейешһең.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: