+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Сентябрь 2021, 10:55

Ҡарғалар ниңә ҡарҡылдай?

Был хәл бик боронғо замандарҙа – ерҙә үҫемлектәр, йәнлектәр һәм башҡа тереклек барлыҡҡа килгән ваҡыттарҙа уҡ булған.

Ҡарғалар ниңә ҡарҡылдай?
Ҡарғалар ниңә ҡарҡылдай?

Ошо донъяны бар итеүсе Хоҙай тәғәлә ҡоштарға исемен, буй-һынын, шөғөлөн биреп, йыр-моңон тарата башлаған.
Бына сират ҡарғаларға ла еткән. Тик, нилектәндер, уларҙың хәтерҙәре «һайыраҡ» булып сыҡҡан: ниндәй генә эш тапшырылмаһын, матур-матур һайрау йырҙары бирелмәһен, уны шунда уҡ оноталар икән. Хоҙай тәғәлә ҡарғаларҙы өйрәтә алмай аптырап бөткән, ти. Әммә тора-бара уларға ла булдыра алырлыҡ файҙалы эш табылған: ҡарғалар көҙөн – ҡар яуа башлауын һәм ҡыш килеүен, ә инде яҙ еткәс, ҡарҙың иреп ағып китеүен күҙәтеп торорға һәм дә, бар йән эйәһенә ишетерлек итеп, «ҡар-рр!» тип ҡысҡырып торорға тейеш була. Шулай итеп, ҡарғаларҙың йырҙары бер генә һүҙҙән булып сыға. Уны ла, онотолмаһын өсөн, һәр ваҡыт ҡабатлап торорға кәрәк икән.
Ҡарғалар Хоҙай тәғәләнең әмеренә бик яуаплы ҡарап, бөгөн дә уны теүәл, еренә еткереп үтәп киләләр, ти.

Нәфис АҠЪЮЛОВ әкиәте.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: