+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Сентябрь 2021, 11:50

“Айболит һәм уның дуҫтарының мажаралары”

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 90-сы миҙгелен асты. Олоһона ла кесеһенә яҡшы таныш Корней Чуковскийҙың “Айболит һәм уның дуҫтарының мажаралары” спектаклен яңыса клоунада стилендә сәхнәләштергәндәр.

“Айболит һәм уның дуҫтарының мажаралары”
“Айболит һәм уның дуҫтарының мажаралары”

Театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Диана Гәрәева: “Авторҙың бер нисә әҫәрен ҡушып бер ваҡиға уйлап сығарҙыҡ “Аболит”тан тыш бында “Бармалей” ҙа, “Телефон” да, шулай уҡ “Топтыгин һәм төлкө” лә бар. Чуковскийҙың “Бармалей”ындағы кире персонаждар Таня менән Ваняны ла ҡулландыҡ. Тик беҙҙең спектаклдә улар зыян һалып йөрөмәй, ә икенсе ролдәләр”, - тине.

Ундай премьераны йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күрһәгеҙ бигерәк тә шәп булыр.

Фото: https://gtrk.tv/

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: