+14 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
9 Сентября 2021, 07:00

Уйын-һынамыш

Ғаиләгеҙгә ҡунаҡ килгәндә, табында ултырғанда саҡырылған кешеләрегеҙ күңелһеҙләнмәһен өсөн төрлө уйындар ҙа үткәреп алырға мөмкин.

Уйын-һынамышУйын-һынамыш
Уйын-һынамыш

Әйтәйек, өс фигура – түңәрәк, квадрат, өсмөйөштө файҙаланып, шуларҙың эсенә 12 кеше һүрәтен төшөрөргә тәҡдим итегеҙ. Ҡайһы фигураларҙы ниндәй күләмдә ҡулланып, эсенә нисә кешене «урынлаштырыуы» – ҡунаҡтарҙың ихтыярында.
Ә хәҙер иҫәпләгеҙ: кемдәр нимәне күберәк фай­ҙаланған: өсмөйөштөмө, квадраттымы әллә түңәрәктеме?
Әгәр квадраттары башҡаларына ҡарағанда артығыраҡ икән, ул кеше – ныҡышмал, үҙ һүҙендә ныҡ тора, бындайҙарҙы еңеүе еңел түгел.
Ә инде өсмөйөштәре күберәк булһа, улар төрлө идеялар менән мауығыусан, ҡыҙыуыраҡ холоҡло, әммә маҡсаттарына ирешеүҙә тырышлыҡ күрһәтәләр.
Түңәрәктәрҙе йышыраҡ ҡулланғандар иһә хислеләр, тойғоға бай, кеше хәленә инә беләләр, тик ныҡ хәүефләнеүсәндәр.
Әгәр был һынамыш ҡунаҡтарығыҙҙың холҡона тап килмәһә, үпкәләмәһендәр – был уйын ғына бит.

Фото: www.toyway.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас