+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Сентябрь 2021, 10:45

Иң яҡын дуҫың – телефонмы?

Норвегияла бер малай урманда яңғыҙы ғына тороп ҡалған һәм бүреләргә осраған.

Иң яҡын дуҫың – телефонмы?
Иң яҡын дуҫың – телефонмы?

Әммә бер ҙә юғалып ҡалмаған – телефонында хэви-металл көйөн ҡуйып, януарҙарҙан ҡотола алған, ти.

Бына бит ниндәй файҙаһы бар телефондың, тиерһегеҙ! Зыяны ла етерлек инде. Ишек тотҡаһы менән сағыштырғанда, унда бактериялар 18 тапҡырға күберәк, ти белгестәр.

Хәҙерге телефондар бик функциональ булғанлыҡтан, уларға бәйлелек тә көслө, бигерәк тә йәш үҫмерҙәр араһында. Номофобия (телефонһыҙ ҡалыуҙан ҡурҡыу) менән ауырымайһығыҙмы әле? Японияның күп кенә үҫмерҙәре уны хатта душта ла ҡулынан ысҡындырмай, ти. Шуғалыр ҙа инде, телефондарҙы хәҙер һыу үткәрмәй торған итеп эшләй башлағандар. Уртаса алғанда, кеше көнөнә 110 тапҡыр уға күҙ һала икән. Ә һеҙ телефондан башҡа нисә көн тора алаһығыҙ, әллә нисә сәғәтме?
Фото: allomarket.su

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: