+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Сентябрь 2021, 13:35

Бөгөн – Халыҡ-ара шоколад көнө

Был тәмлекәс бик борон барлыҡҡа килгән.

Бөгөн – Халыҡ-ара шоколад көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара шоколад көнө

Индеецтар какао ағасының емештәренән эсемлек яһағандар һәм уны “чоколатль” тип йөрөткәндәр. Ә Испания халҡы был эсемлекте сәй һәм ҡәһүә урынына ҡулланған, ләкин хаҡы бик ҡиммәт булған. Европала  тәүҙә шоколадты тәм-том тип ашамағандар, ә дарыу итеп ҡулланғандар.

Ысын, сифатлы шоколадта файҙалы матдәләр шаҡтай күп. Уны “бәхет гармоны” тип тә йөрөтәләр. Ҡараһы йөрәк өсөн бик тә файҙалы. Составында антиоксиданттар күп бит,шуға артериаль ҡан баҫымын кәметә. Көн һайын 100 грамм шоколад ашау йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлай.

Был ризыҡты дөрөҫ һайлай белергә лә кәрәк. Бер нисә кәңәшкә күҙ һалығыҙ әле:

Иң тәүҙә уның составын уҡып белегеҙ

Яҡшы сифатлы шоколадта ыуылған какао йәки какао майы булырға тейеш. Был ингредиенттар беренсе  булып яҙылырға тейеш. Әгәр ҙә улар юҡ икән, тимәк – сифатһыҙ. Ҡайһы бер етештереүселәр был ингредиенттарҙы башҡа үҫемлек майҙары менән алмаштыра, мәҫәлән, кокос йәки пальманыҡы, рапс һәм башҡалар. Шуны ла иҫтә тотоғоҙ, шоколадта буяғыс, еҫ һәм тәм көсәйткестәр, һөт майҙарын алмаштырыусы матдәләр һәм стабилизаторҙар ҙа булырға тейеш түгел.

Ҡулланыу ваҡытын ҡарағыҙ

Күбебеҙ ризыҡтың ҡулланыу ваҡытын ҡарарға ғәҙәтләнгән, ә бына шоколад алғанда быға күҙ һалыусылар һирәк. Быны мотлаҡ эшләргә кәрәк. Ул 12 – 18 айҙан артыҡ булмаһын. Ә составында сәтләүек, вафли, ҡоро еләк-емештәр булһа, һаҡланыу ваҡыты 3 айҙан да артыҡ булмаһын. Әлбиттә, шоколадта май һәм какао-порошок күп булған һайын, уның кәштәлә ятыу ваҡыты ла аҙыраҡ.

Тышҡы яғына ла иғтибар итегеҙ

Уның өҫ яғы тигеҙ булырға тейеш. Әгәр составы һәм яраҡлыҡ ваҡыты яҡшы булып, тышҡы ҡиәфәте бик үк оҡшап етмәһә, тимәк, был шоколад иреп, кире ҡатҡан булырға мөмкин. Шоколад 7 – 17 градус йылыла яҡшы һаҡлана.

Фото: catherineasquithgallery.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: