+6 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Сентябрь , 10:25

Аңын юғалтҡан

Сәтләүек ватҡанда бер ҡыҙ сүкеш менән бик ҡаты итеп бармағына һуға.

Аңын юғалтҡан

Әле генә көлгән, һөйләшкән бала – кинәт кенә ағарынып, йығылып та китә яҙа. Шундай хәлдә ул бер-ике минут була, әйткән һүҙҙәргә яуап бирмәй. Һуңынан, тәрән итеп һулыш ала ла күҙҙәрен асып, йылмайып ебәрә.
Үҙенең нәмәләр кисереүе тураһында ҡыҙ былай һөйләй:
– Бармағым шул тиклем ауыртты, хатта күңелем болғанды, баш әйләнә, ҡолаҡтарым шаулай башланы, бар нәмә томан эсендәге кеүек, күҙ алдарым ҡараңғыланды… Ә артабан ни булғанын хәтерләмәйем.
Һуштан яҙыу бик боронғо замандарҙан уҡ хөрәфәттәр сығанағы булып торған. Таш балта менән һуҡҡанда кеше аңын юғалтҡан. Эргәһендәгеләр, йәнәһе, бәләгә юлыҡ­ҡан әҙәмдең ауыҙынан йәндең һулыш менән нисек осоп сығып китеүен, ә аҙаҡ тәрән һулыш алған ваҡытта уның кире ҡайтыуын күргән.
Һуштан яҙыуҙың, йәғни ҡапыл ғына ҡыҫҡа ваҡытлы (бер нисә минут, ҡайһы саҡта хатта секунд) аң юғалтыуҙың сәбәбе баш мейеһендә ҡандың киҫкен етешмәүе икән. Шул саҡта кешенең йөҙө ағара, ә ҡан мейенән ағып китә лә эске органдарҙа туплана. Мейе ҡан менән туҡланыуға бик һиҙгер. Әгәр ҡан етерлек түгел икән, ул кислородты аҙыраҡ ала, һөҙөмтәлә, аңды юғалтырға мөмкин. Тәрән итеп һулыш алғанда иһә кислородҡа мохтажлыҡ кәмей һәм кеше иҫенә килә.
Мейенең ҡан менән етерлек күләмдә тәьмин ителмәүе төрлө сәбәптәргә бәйле. Был осраҡта уны ауыртыу килтереп сығарған. Ҡайһы ваҡытта иҫтән яҙыу ҡандың киҫкен рәүештә бүленеше үҙгәреү һөҙөмтәһендә лә була икән. Әгәр оҙаҡ ятҡан кеше тиҙ генә торһа йә самолёт ҡапыл өҫкә йә аҫҡа йүнәлһә, шулай булырға мөмкин. Һуш китеү күренеше аңдың һәләте мейенең дөрөҫ эшләүенә һәм мейенең ниндәй хәлдә булыуына бәйле икәнлеген бик асыҡ күрһәтә.

Ф. ҒАФАРОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите