-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Сентябрь 2021, 13:50

Өләсәйҙәрҙе -декрет ялына...

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Роман Романенко өләсәйҙәрҙе лә декрет ялына ебәрергә тәҡдим итә – ейәндәрен ҡарашыр өсөн

Өләсәйҙәрҙе -декрет ялына...
Өләсәйҙәрҙе -декрет ялына...

Уның фекеренсә, хәҙер йәштәр бәпәй алып ҡайтырға атлығып бармай, сөнки яҡшы эш урындарын юғалтыуҙан, карьера яһай алмай ҡалыуҙан ҡурҡа. Тәүҙә аҡса эшләйек, аяҡҡа баҫайыҡ,тип бәпәй табыуҙы кисектереп торалар. Ана шулай, кисектерә-кисектерә, йәш тә үтеп китә.

Роман Романенко иһә йәштәргә ярҙамға өләсәйҙәрҙе ебәрмәксе. Депутат, эшләүсе өләсәйҙәргә декрет ялына сығыу мөмкинлеге бирергә кәрәк, ти. Йәнәһе лә, йәштәр эшләйәсәк, ә улар бәпәй үҫтерәсәк. Ә һеҙ бындай фекергә нисек ҡарайһығыҙ? Ә өләсәйҙәр декрет ялына китергә ризамы? Улай тиһәң, былай ҙа күбеһенең ейәндәре улар ҡарамағында инде. Бәлки, өләсәйҙәрҙең хеҙмәте саҡ ҡына булһа ла баһа күрһә, бөтөнләй һәйбәт булыр.

Фото: mirnov.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: