+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
16 Сентябрь 2021, 15:35

«Музей ниндәй серҙәр һаҡлай?»

Дүртөйлө районының Әсән ауылында Милли әҙәбиәт музейы филиалы - Шәйехзада Бабич музейында "Музей ниндәй серҙәр һаҡлай?" тигән квест-уйын үтте.

«Музей ниндәй серҙәр һаҡлай?»
«Музей ниндәй серҙәр һаҡлай?»

Был матур сараға 14 йәштән алып 22 йәшкә тиклемгеләргә "Пушкин картаһы" менән инеү мөмкинлеге булды. Унда Дүртөйлө һәм Әсән урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, күрше район һәм ҡалаларҙан ҡунаҡтар ҡатнашты.

   Музей хеҙмәткәрҙәре балаларҙы яңы уҡыу йылы башланыу менән тәбрикләне һәм улар менән мауҡтырғыс квест-уйын үткәрҙе. Ҡатнашыусылар өсөн музей һәм уның экспонаттары өр-яңы яғы менән асылды.Уҡыусылар тикшеренеүсе ғалимдар ролендә уйындың шарттарын үтәү, һорауҙарға яуап биреү барышында ата-бабаларыбыҙ 19-сы быуат аҙағында, 20-се быуат башында ҡулланған көнкүреш әйберҙәре менән танышты, уларҙың хәҙерге ҡулланыштарын тикшерҙе.

   Квестың һуңғы шарты ҡатнашыусыларҙы серле ҡумтаға алып килде. Уҡыусылар унда үҙҙәре өсөн йәшерелгән приздар табып шатланды.

Музейҙағы квест-уйын йылы дуҫлыҡ атмосфераһында үтте, ҡатнашыусылар бөтә шарттарҙы ла дөрөҫ үтәне, был фәһемле саранан ҡәнәғәт ҡалды, улар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан асты.

Шәйехзада Бабич музейы үҙенең ҡунаҡтарын “Пушкин картаһы” сиктәрендә үткәрелгән сараларға саҡырып ҡала.

Рәзил БИКБУЛАТОВ.

https://amanat.su/news/novosti/2021-09-16/pushkin-karta-y-sh-yehzada-babich-muzeyynda-2506477

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: