+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
17 Сентябрь 2021, 12:25

Хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан

Атайым Рәшит Фәхритдин улы Әйүпов Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.

Хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан
Хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан

1984 йылда мәктәпте тамамланғандан һуң әрме сафына алына. Анапала алты ай хәрби әҙерлек үтә. Шунан инде 1985 йылдың апрелендә Краснодарҙан самолёт менән Термезға осалар. Унда үҙҙәрен һуғышҡа әҙерләй башлайҙар. Артабан етешәр кешенән тор­ған төркөмдәргә бүлеп, катер­ҙарҙа ил сиге һаҡсыһы итеп ҡуялар. Атайым гранатомётсы була. Пяндж йылғаһы буйлап Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан республикаларының сиген һаҡлайҙар.
Ул барлығы 16 хәрби операцияла ҡатнашҡан. Яраланып, ике ай госпиталдә ятып сыҡ­ҡан. Аҙаҡ инде түшенә миҙалдар тағып тыуған еренә ҡайтып төшә.
Атайымдың әрме хеҙмәтендә күргәндәрен, кисергәндәрен һөйләүен беҙ һәр саҡ ихлас күңел менән тыңлайбыҙ. Уның Афғанстандан яҙған һалдат хаттары бөгөн дә шул һуғыш йылдарын хәтерләтеп, беҙҙең өйҙә иң ҡәҙерле яҙма булып һаҡлана. Атайым улар­ҙы йыш ҡына ҡулына алып, күңел йомғаҡтарын һүтә. Ә беҙ, балалары, шундай көслө, батыр атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Вәсилә ӘЙҮПОВА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: