+21 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
25 Сентября 2021, 06:20

Метаграмма, шарадалар

У менән мин бер планета,

Метаграмма, шарадаларМетаграмма, шарадалар
Метаграмма, шарадалар

И менән ил һаналам.
И-не О-ға алмаштырһаң,
Халыҡҡа хәбәр һалам.

Т булһа, ярҙа үҫә,
Б булһа, сәйҙәр эсә.
Һ икән, йөҙә йылғала,
Ниндәй һүҙҙәр кем белә?

Бер ижеге әйтеп тора
Ниндәй төҫтә икәнен.
Икенсеһе «көш» тиһәгеҙ,
Һиҙмәҫ осоп киткәнен.

Бер ижеге – сикһеҙ ҡомлоҡ,
Икенсеһе – бер сәскә.
Яуаптарың дөрөҫ булһа,
Тәмле былау бешәсәк.

Фото: infourok.ru 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас