+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Октябрь 2021, 13:45

Бәйләһәгеҙ, оҙаҡ йәшәрһегеҙ

Ә, беләһегеҙме, был эш менән иң тәүҙә тик ир-ат ҡына шөғөлләнгән.

Бәйләһәгеҙ, оҙаҡ йәшәрһегеҙ
Бәйләһәгеҙ, оҙаҡ йәшәрһегеҙ

Бәйләүҙе ғәрәптәр уйлап сығарған тип иҫәпләйҙәр. Уларҙан иһә тәре һуғышында ҡатнашыусылар Испанияға таратҡан.

Тәүҙә, дүрт йәки биш быуат тирәһе, бәйләү өсөн бары тик ебәк һәм мамыҡ ҡына ҡулланылған. Йөн еп бөтөнләй файҙаланылмаған.
1566 йылда швед короле Эриктың 27 пар бәйләнгән ойоғо булған. Улар Испаниянан килтерелгән. Һәр ойоҡ пары камердинерының (ялсыһының) йыллыҡ эш хаҡына торошло икән.
Бәйләү тиҙлеге буйынса Голландиянан Мириам Тегелс донъя рекорды ҡуйған. Ул бер минут эсендә 118 элмәк бәйләгән.
Был ҡул эшенең файҙаһы хаҡында беләһегеҙҙер: ул кешене ауыр уйҙарҙан арындыра, тынысландыра. Бәйләү ҡан баҫымын түбәнәйтә, төрлө сирҙәрҙең барлыҡҡа килеүен туҡтата йәки ауырыуҙың артабанғы үҫешен тотҡарлай.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: