+13 °С
Облачно
VKOKTelegram
Төрлөһөнән
1 Ноября 2021, 09:15

1 ноябрь – Теш щёткаһы көнө

Теш щёткаһы борон замандан уҡ барлыҡҡа килгән.

1 ноябрь – Теш щёткаһы көнө1 ноябрь – Теш щёткаһы көнө
1 ноябрь – Теш щёткаһы көнө

Элекке кешеләр тештәрҙе таҙартыу өсөн ябай таяҡсалар ҡулланған. Был – бер башы осло, ә икенсеһендә кескәй генә һепертке рәүешендәге ҡаурый. Бындай таҙартҡыстар Мысыр ҡәберлектәрендә табылған. Ҡайһы бер халыҡтар тештәрен әле лә шул рәүешле таҙарта, имеш. Алтындан эшләнгән таҙартҡыс Шумерҙа табыла, ул беҙҙең эраға тиклем өс меңенсе йылға ҡарай.

Ә беҙ бөгөн ҡулланған щётка 1498 йылда барлыҡҡа килгән. Тыуған ере – Ҡытай. Тотҡаһын – бамбук ағасынан, щёткаһын сусҡа йөнө төктәренән эшләгәндәр. Тик һалҡында бындай щётка тиҙ тупаҫланған, шуға ла Европа илдәрендә уларҙы яратмағандар. Европалар щётканы ат ҡылынан яһауға өҫтөнлөк биргән.

Англияла Аддис фирмаһы теш щёткалары етештерә башлай.  1840 йылдарҙа уларҙы етештереү Германияла һәм Францияла ла башлана. Йылдар үтеү менән теш таҙартҡыстарҙың ниндәй төрҙәре генә сығарылмай. 1938 йылда Швейцарияла электр ярҙамында эшләүсе беренсе щётка яһала, әммә һатыуҙа ул бары тик 60-сы йылдарҙа ғына пәйҙә була.

Фото: vk.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас