

Улар бер көн, бер төн бик ярлы көн күргән ғаиләлә булған.
Өйгә ҡайтҡас, атаһы һорай икән:
– Сәйәхәт оҡшанымы, улым?
– Бик оҡшаны, атай.
– Кешеләрҙең нисек ярлы йәшәгәндәрен күрҙеңме?
– Эйе.
– Бынан һин нимәгә өйрәндең?
– Беҙҙең өйҙә бер генә эт, ә уларҙыҡы – дүртәү. Баҡсабыҙҙы лампа яҡтырта, ә уларҙыҡын – йондоҙҙар. Баҡсабыҙ уртаһында бассейн бар, ә уларҙыҡы – осо-ҡырыйы күренмәгән ҡултыҡ.
Атаһы улының яуаптарынан һүҙһеҙ ҡалған.
Улы, өҫтәп:
– Рәхмәт, атай, кешеләрҙең нисек бай йәшәгәндәрен күрһәткәнгә, – тип ҡуйған.