+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2021, 15:10

Күпереп бешкән икмәк

Хуш еҫле, күпереп бешкән икмәк – һәр кемдең яратҡан ризығы.

Күпереп бешкән икмәк
Күпереп бешкән икмәк

Ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ла икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар. Беҙҙең табынға килеп еткәнсе әллә күпме урау юлдар үтә бит ул. Күпме кешенең хеҙмәт емеше. Был ризыҡты төрлө ондан бешерәләр. Ниндәйен һайларға, сәләмәтлек өсөн ҡайһыһы файҙалыраҡ?

Бойҙай ононан, әсе ҡамырҙан яһалғаны иң танылғаны. Бик тә туҡлыҡлы, ләкин уның составында крахмал күп. Шуға ла ашҡаҙан эшмәкәрлегенә ауырлыҡ килтерергә мөмкин. Икмәкте әҙерләгәндә бойҙайҙа булған витаминдар юҡҡа сыға.

Арыш ононан бешкән икмәкте “ҡара икмәк” тип йөрөтәләр. Бойҙай онона ҡарағанда яҡшыраҡ эшкәртелә. Ҡара икмәк составында күҙәнәк һәм аминокислоталар бар, ашҡаҙан һәм эсәктәрҙең эшмәкәрлеген яҡшырта.

Бөртөклө (цельнозерновой) икмәк хроник ауырыуҙары булған кешеләрҙең ашҡаҙаны системаһы өсөн ауыр. Ул В һәм Е витаминдарына, күҙәнәктәргә бай.

Сүпрәнән башҡа әҙерләнгән икмәк организмда тиҙ эшкәртелә. Эсәктәр флораһына тәьҫир итмәй, шуға ла файҙалы тип һанала. Бындай икмәкте төрлө ондарҙан әҙерләйҙәр, шуға күрә витаминдар составы ла төрлө була.

Белгестәр глютенһыҙ икмәк айырыуса файҙалы тип һанай. Ул етен, миндаль, сәтләүек, кукуруз йәки башҡа он нигеҙендә әҙерләнә һәм уның составында витаминдар, минералдар һәм аминокислоталар күберәк була.

Соянан бешкәндең калорияһы түбән һәм ул диетала ултырыусылар өсөн файҙалы. Унда аҡһым күп,  холестерин юҡ. Шулай уҡ В, калий, кальций, тимер кеүек витаминдарға бай.

Куруруз ононан бешкән икмәк - иң һирәк ҡулланылғаны. Шулай ҙа унда А, В1, В2, РР, С, каротин, натрий, калий, кальций, магний, фосфор, тимер кеүек витаминдар һәм минералдар күберәк.

Фото: maxvps.ru                                                               

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: