+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
29 Ноябрь 2021, 11:25

Бөтә Рәсәй съезы делегаты

Мәртәбәле сара Мәскәү өлкәһенең Хөкүмәт йортонда Красногорск ҡалаһының 20-се мәктәбендә үтте.

Рәмил Аҡыловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Рәмил Аҡыловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

V Бөтә Рәсәй съезы эшендә ауыл мәктәптәренән 200-ҙән ашыу уҡытыусы һәм директор ҡатнашҡан. Башҡортостандан был бәхет өс делегатҡа йылмайған, шуларҙың береһе — Хәйбулла районының 2-се Аҡъяр мәктәбе директорының мәғлүмәт-коммуникация технологиялары һәм ғилми-методик эш буйынса урынбаҫары, биология уҡытыусыһы Рәмил Зиннур улы Аҡылов.

Бөтә Рәсәй съезды дискуссия майҙансыҡтары форматында үткән. Унда ауыл мәктәптәренә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралған. Рәмил Зиннур улы әйтеүенсә, сара юғары кимәлдә уҙған. "Бик шатмын, үҙем өсөн әллә күпме яңылыҡ астым, яңы дуҫтар, фекерҙәштәр таптым. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Салауат Байсуринға, мәктәп директоры Нияз Ырыҫҡоловҡа ҙур рәхмәт", – ти ул.

Кәримә Усманова.

https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2021-11-27/h-ybulla-u-ytyusy-y-b-t-r-s-y-s-ezy-delegaty-2598839

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: