+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2021, 10:45

Театр – тамашалы һабаҡ ул

Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 2 мең дә 38 мәҙәни ойошмаһында 2 мең 191 үҙешмәкәр театр коллективы эшләй.

Рәсәйҙең халыҡ артисы  Айрат Әхмәтшин оҫталыҡ дәресе үткәрә.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Айрат Әхмәтшин оҫталыҡ дәресе үткәрә.

76 балалар коллективы – өлгөлө, 30 йәштәр һәм студенттар театрының 12-һе халыҡ театры исемен йөрөтә. Был өлкәлә республикабыҙ Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урында килә.Әлбиттә, ижади коллективтар үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнап ятмай, тәжрибә, үҫеш өсөн төрлө конкурс, фестивалдәрҙә ҡатнашалар.

Быйыл өсөнсө тапҡыр республика балалар һәм йәштәр фестивале үтте. Ул «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ойошторола. Конкурста 9 балалар, 13 йәштәр театры ҡатнашты. Сығыштарҙы Башҡортостан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхтәм Әбүшахманов етәкселегендәге комиссия баһаланы.
Гран-приға Башҡорт дәүләт университетының «Осҡон» халыҡ театр студияһы лайыҡ булды. Етәкселәре – Әлфинә һәм Гилүс Минһажевтар. Балалар театрҙары араһында I урынды Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль тәрбиә биреү интернат-гимназия­һынан «Ялҡын» өлгөлө баш­ҡорт театры алды. Режиссёры – Илнур Лоҡманов. Йәштәр театр­ҙары араһында I дәрәжә диплом Межгорьенан «Ҡарлуғас» халыҡ театры­на (Миләүшә Фазылова) тапшырылды. «Тамашасы һө­йөүе» номинацияһында Өфө балалар филармонияһынан «Бим-Бом» урыҫ өлгөлө театры бүләклән­де.
Быйыл шулай уҡ республикабыҙҙа тәүге «Ҡурсаҡтар илендә» тигән бик матур фестиваль ойошторолдо. Унда Өфө, Бөрө, Салауат, Сибай ҡалаларынан, Йылайыр, Ейәнсура, Салауат, Учалы райондарынан 15 үҙешмәкәр коллектив ҡатнашты. Бөрө ҡалаһынан «Пьеро» халыҡ театры (режиссёры – Екатерина Яйыҡбаева) – I, Салауат районынан «Әкиәт» ҡурсаҡ театры (Юлиә Садиҡова) II дәрәжә диплом­ға лайыҡ бул­ды. Сибай сәнғәт мәктәбе­нән «Театраль мозаика» (Лилиә За­һитова) һәм Йылайыр­ҙан өлгөлө «Незабудка» (Людмила Хаҡ­бир­ҙина) ҡурсаҡ театрҙары III урын алды.
Фестивалде ябыу тантанаһына Рәсәй һәм Башҡортостан театр­ҙарына актёрҙар әҙерләгән төп белгестәрҙең береһе Фәрдүнә Ҡасимова ла почётлы ҡунаҡ итеп саҡырылғайны.
– Мин – һуғыш балаһы. Ул заманда ҡурсаҡ театры республиканың һәр районына килеп, спектаклдәре менән тормошобоҙҙо йәмләне, рухыбыҙҙы байытты. Театр сәнғәте беҙгә аслыҡты, һыуыҡты, һуғышта яҡындарыбыҙҙы юғалтыу ҡайғыһын еңергә ярҙам итте, изгелек, бәхет өләште, – тине ул үҙенең сығышында.
Республикабыҙҙа балалар театр коллективтарының күп булыуы ҡыуандыра. Театр – ысынлап та, тәрбиә һәм тормош мәктәбе.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Читайте нас: