-2 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Декабрь 2021, 10:15

"Ялҡын"лы премьера

Беҙҙең интернат-гимназияла Михаил Бартеневтың әкиәте буйынса «Бишкә тиклем һанайым» спектакленең премьераһы күрһәтелде.

"Ялҡын"лы премьера
"Ялҡын"лы премьера

Белем усағыбыҙҙың «Ялҡын» өлгөлө башҡорт театры йәш артистары сығышы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Сараға ҡунаҡтар ҙа саҡырылғайны: БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Олег Ханов менән Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисткаһы Таңсулпан Бабичева. Спектаклгә әҙерлек 15 көн буйы барған. Йәш артистарға сәғәт төнгө 2-гә тиклем репетицияла йөрөргә тура килә. Төрлө ауырлыҡтарға ҡарамай, премьера тамашасыларҙың хөкөмөнә сығарылды һәм ыңғай баһа алды. Һеҙҙең иғтибарға түңәрәктең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Флүр улы Лоҡманов һәм йәш артистар менән әңгәмә тәҡдим итәм.

– Илнур Флүр улы, спектаклгә әҙерлек нисек барҙы?
– Ошондай ауыр пандемия ваҡытында ең һыҙғанып, Михаил Бартеневтың «Бишкә тиклем һанайым» әкиәтен сығарҙыҡ. Эш барышы бик ҡатмарлы, ауыр, тәжрибә рәүешендә барҙы. Сөнки сәхнәгә аяҡ баҫмаған балалар параллель рәүештә актёрлыҡ оҫталыҡтарын, сәхнә телен, сәхнә хәрәкәттәре нигеҙен, күнекмәләр, төрлө күнегеүҙәрҙе үҙләштерҙе.
– Йәш артистар ышаныстарығыҙҙы аҡланымы?
– Әлбиттә, ҡуйылған маҡсаттарға ирештек, бурыстарҙы үтәнек.
– Ни өсөн тап ошо әкиәтте һайланығыҙ?
– Сөнки бында бер-береңә ярҙам итеү, бер-береңде хөрмәтләү һәм ниндәй генә хәлдә лә үҙеңдә көс, сәм табып, ауырлыҡтарҙы еңеп йәшәү кеүек көнүҙәк темалар күтәрелә.
– Алдағы көндәргә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
– Ошо әкиәт менән гастролдәргә сығыр­ға хыялланабыҙ. Яңы йылға ла бер әкиәт ҡуйырға иҫәп тотабыҙ, Алла бирһә.
Йәш артистар ҙа үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлеште.
Малик ИСЛАМОВ, VIII «А» синыфы уҡыусыһы:
– Әҙерләнгәндә бик ныҡ арытһа ла, ҡатнашыуыма үкенмәйем. Спектаклдә тәүге тапҡыр уйнаным. Тексты ятлау, ҡайһы мәлдә ниндәй хәрәкәттәр яһау аҙ ғына ауырлыҡ тыуҙырҙы. Ролгә еңел генә инеп киттем.
Әлиә МУСИНА, V «А» синыфы уҡыу­сыһы, иң йәш ҡатнашыусы:
– Тәлмәрйен ролен башҡарҙым. Миңә «р» урынына «л» өнөн әйтеү әҙерәк ҡыйыныраҡ булды.
Августина ӘҺЛИУЛЛИНА, VII «Б» синыфы уҡыусыһы:
– Миңә сығыш яһау бик оҡшаны. Артист булыу өсөн оялмаҫҡа, үҙеңдең хис-той­ғоларыңды йәшермәҫкә кәрәк. Киләсәктә, Алла бирһә, сәхнә кешеһе булырға хыялланам, театр менән бәйле уҡыу йортон һайларға уйлайым.
«Ялҡын»дарға: «Афарин!» – тип әйтке килә, улар хыялдарына иреш­һен, яңынан-яңы үрҙәр яулаһын, уңышлы сығыштар теләп ҡалабыҙ!

Элина ВӘЛИЕВА, VII «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге
республика интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: