-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Декабрь 2021, 12:00

Әйҙә, сығайыҡ, сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ, шыуайыҡ!

Ниһайәт, ҡыш та етте. Ерҙе ап-аҡ ҡар ҡапланы.

Рәхәтләнеп саф һауала саңғыла елдерергә була. Әбеш мәктәбенең III һәм
IV синыф уҡыусылары ла хәҙер уҡытыусылары
Айгөл Сәғәҙи ҡыҙы Ҡырғыҙбаева,
Гөлдәр Ғәбит ҡыҙы Әбделмәнова менән физкультура дәресен күберәк тышта үткәрә. Ана, бөгөн дә улар
сыр-сыу килешеп саңғыла йөрөргә сыҡты.
Һағынғандар икән ҡышты. Саңғыла шыуыу ҙа оҡшаны балаларға. Биттәре ал, йөҙҙәре ҡәнәғәт булып, мәктәпкә ҡыуанышып килеп инделәр.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.
Хәйбулла районы.

Илмир ҒӘЙНУЛОВ.
Фото:Илмир ҒӘЙНУЛОВ.
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: