+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Декабрь 2021, 12:55

"Мөғжизәләр яланы”нда – әлшәйҙәр

Беренсе каналдың "Мөғжизәләр яланы" уйынын күптәр көтөп ала. Рәсәйҙәге иң популяр программаларҙың береһендә республикабыҙҙан был юлы әлшәйҙәр ҡатнашты.

Баҡтиһәң, Шафран ауылында  инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләгән Фәнзилә Рәйес ҡыҙы Хажиғәлиеваның телешоуҙа ҡатнашып, уның алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Леонид Якубович менән күҙгә-күҙ осрашып һөйләшеүе күптәнге хыялы булған икән. Һәм бына,ниһайәт, уның теләге тормошҡа ашты.

Мәскәүгә ул бер үҙе түгел, ә оҫта музыканттар – Раевка ауылында йәшәгән сәнғәт мәктәбе директоры, ҡурайсы Наил Радик улы һәм Әлшәй сәхнәһенең йәш йондоҙо булған улы Рамаҙан Саҙиҡовтар менән бара. Фәнзилә апай тапшырыуҙы  бик шәп уйнауы менән биҙәһә, ә Саҙиҡовтар ҡурайҙа халыҡ көйөн һәм башҡорт йырын виртуоз башҡарыуы менән һоҡландырҙы.

Фәнзилә Рәйес ҡыҙына был сәфәрҙе балалары ойошторған икән, ә Саҙиҡовтарға район эшҡыуарҙары аҡсалата ярҙам күрһәткән.

Әлшәйҙәр ҡатнашлығында «Мөғжизәләр яланы» уйынының сығарылышын 17 декабрҙә Беренсе канал эфирында ҡарарға була.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: