+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Декабрь 2021, 10:40

Байрамдар нисек үтер?

Республиканың Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анна Казак әйтеүенсә, Рәсәй Мәғариф министрлығы менән берлектә балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә Яңы йыл кисәләрен үткәреү буйынса пандемия менән бәйле сараларҙы үтәүгә тәҡдимдәр әҙер.

Байрамдар нисек үтер?
Байрамдар нисек үтер?

Шулай итеп, быйыл Шыршы байрамдары нисек үтер?

– Саралар бер синыф йәки төркөм өсөн генә үткәрелергә тейеш. Төрлө төркөмдәрҙән балалар бер бинала осрашмаһын, ауырыу таралмаһын өсөн кәрәк был, – тине күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе.

Белеүебеҙсә, был хаҡта яҙғайныҡ та, байрам сараларына ата-әсәләрҙе прививка эшләткән йәки һуңғы алты ай эсендә ҡороғорвирус менән сирләүе тураһындағы сертификаты булһа ғына индереү рөхсәт ителә.

Фото интернет селтәренән.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: