-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
30 Декабрь 2021, 15:05

"Ҡыш бабайҙың тоғонда..." уйыны

Уйынды башлап ебәреү өсөн ҡунаҡтар араһынан Ҡыш бабай һайлағыҙ.

"Ҡыш бабайҙың тоғонда..." уйыны
"Ҡыш бабайҙың тоғонда..." уйыны

Уға ярашлы костюм кейҙерһәгеҙ, тағы ла һәйбәтерәк. Ҡулында мотлаҡ тоҡ булырға тейеш. Ҡыш бабай шыршы тирәләй йөрөп: «Мин Яңы йыл байрамына ашығам. Тоғомда кәнфит, туп, паровоз...» – тип ҡабатлай һәм тоғон үҙе теләгән кешегә тоттора. Ә уныһы Ҡыш бабайҙың һүҙҙәрен дөрөҫ итеп әйтергә һәм үҙе лә аҙаҡтан бер һүҙ өҫтәп ҡуйырға тейеш. Мәҫәлән, «Мин Яңы йыл байрамына ашығам. Тоғомда кәнфит, туп, паровоз, айыу...» Артабан ул да тоҡто икенсе берәүгә тапшыра, уныһы ла алдағыларҙы ҡабатлап, үҙенең һүҙен өҫтәй. Уйын шулай дауам итә. Тик онотмағыҙ: ҡатнашыу­сылар һүҙҙәр тәртибен бутарға тейеш түгел, яңылышыусы «яза» үтәй.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: