+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
31 Декабрь 2021, 16:00

Барыҫ йылы - байлыҡ йылы

Тормош – театр, тибеҙ. Бигерәк тә Яңы йылды ҡаршылағанда бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙе унда уйнаған кеүек хис итәбеҙ түгелме? Алдан уҡ йондоҙнамә менән танышып, өйҙө нисек биҙәргә, өҫтәлгә нимәләр әҙерләргә һәм ниндәй кейем кейергә планлаштырабыҙ.

Барыҫ йылы - байлыҡ йылы
Барыҫ йылы - байлыҡ йылы

Юлбарыҫ йылын ҡаршылағанда ниндәй төҫтәргә өҫтөнлөк бирергә һуң? Йыл хужаһына оҡшайым тип, уның ту­ны кеүек күлдәк кейеп ҡуймағыҙ, сөнки хайуандар бат­шаһына сыбар төҫтәге әйбер­ҙәр оҡшамай икән. 2022 йылдың стихияһы һыу булғас, зәң­гәрһыу, йәшел төҫтәр яҡ­шы булыр. Һорғолт, ҡараларын да һайларға мөмкин. Иң мөһиме, күлдәгегеҙ бер төҫлө булһын. Биҙәүестәрҙе күп тағыуҙы юлбарыҫ өнәмәйәсәк. Кейем тәбиғи туҡыманан булһа, шул һәйбәтерәк.
Өй эсен биҙәгәндә лә тәбиғилеккә иғтибар итегеҙ. Өҫтәл япмалары, салфеткалар биҙәкле булмаһа ла ярай. Ә бына леопард, зебраны хәтерләткән түшәк-юрғандарығыҙҙы төпкәрәк йәшереп тороғоҙ: был юлбарыҫҡа оҡшамаясаҡ.
Өҫтәлгә, әлбиттә, мул итеп ит ризыҡтарын ҡуйырға кәңәш ителә. Юлбарыҫ бит ит ярата. Балыҡты иһә йыл хужаһы баһаламаясаҡ. Салаттарҙа ла иттең күп булыуы хуплана.
Юлбарыҫ йылы тураһында һынамыштарға ҡарағанда, халҡыбыҙ был йылға өмөт менән ҡараған: Барыҫ йылы бары үҫер; Барыҫ йылы – байлыҡ йылы; Барыҫ йылы барын сәс. Алдағы йыл уңыштар ғына килтерһен!

Фото:https://yandex.ru/images/

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: