+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Ғинуар 2022, 09:15

2022 йылға йондоҙнамә нимә вәғәҙәләй?

Сысҡан. Һаулығығыҙға айырыуса иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Дөрөҫ туҡланыуға күсһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы булыр. Сәләмәт йәшәү рәүеше, туҡланыу рационы ошоға бәйле проблемаларҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итәсәк.

2022 йылға йондоҙнамә нимә вәғәҙәләй?
2022 йылға йондоҙнамә нимә вәғәҙәләй?

Юлбарыҫ йылында яңғыҙҙар үҙ парын табасаҡ. Ғаиләләргә мөнәсәбәттәрен яйлау өсөн дә һәйбәт йыл.
2022 йыл уй-хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик ҡулай. Маҡсатына ынтылыусандарға юлдар үҙенән-үҙе асылып торасаҡ, тәүәккәлләүҙән ҡурҡмағыҙ.
Һыйыр. Сәләмәтлек хаҡында хафаланырға урын юҡ. Шулай ҙа йоҡо режимын тәртипкә һалып, күп ваҡытығыҙҙы спорт менән шөғөлләнеүгә бүлегеҙ.
Мөхәббәт өлкәһендә һәр бер осраған кешегә йөрәк серегеҙҙе сисмәүегеҙ хәйерле, иғтибарлыраҡ булығыҙ. Күптәр быйыл үҙ бәхетен осратасаҡ.
Карьера өлкәһендә әллә ни ҙур үҫештәр күҙәтелмәй. Йыл бик тыныс киләсәк.
Юлбарыҫ. Сәләмәтлек өлкәһендә барыһы ла яҡшы булыр. Тик тын алыу сис­темаһына иғтибар бүлергә тура килер. Киҫкен респиратор ауырыуҙарынан һаҡланып йөрөгөҙ.
Ун ике ай буйына йыл хужаларына уңыш вәғәҙә ителә. Өр-яңы йылда үҙ көсөңә ышаныу, баһаңды күтәреү, үҙ-үҙеңде камиллаштырыу өсөн күп мөмкинлектәр буласаҡ. Юлбарыҫ баҙнатһыҙҙарҙы, ҡыйыуһыҙҙарҙы яратмай икәнен дә онотмағыҙ. Шуға ихтыяр көсөгөҙҙө файҙаланып эш итә башлағыҙ.
Ҡуян. Был йондоҙлоҡ вәкилен йыл буйына туҡтауһыҙ эштәр көтә. Ошондай ваҡытта нервы өҙлөгөүен булдырмаҫ өсөн етерлек ял да итеп алығыҙ.
Туғандар менән үҙ-ара бәйләнеште нығытыу өсөн бик яҡшы осор. Әгәр Һыйыр йылында яҡын кешеләрегеҙгә ваҡытығыҙҙы етерлек бүлмәһәгеҙ, 2022 йылда был хәлде яҡшыға үҙгәртә алаһығыҙ.
Карьерала «ҡуяндар»ҙы уңыш көтә. Ныҡыш, көслөләр ҡуйған маҡсаттарына ирешәсәк.
Аждаһа. Һеҙгә күберәк хәрәкәтләнергә, әүҙем тормош алып барырға кәңәш ителә. Йәйәү йөрөү, күнекмәләр менән шөғөлләнеү, сәйәхәт итеү бик һәйбәт булыр.
Һөйгән йәрен таба алмағандарға үҙ тиңен табыу мөмкинлеге ҙур. Ә ғаиләлеләр, ниһайәт, бергәләп ял итә алыр.
«Аждаһалар»ға далан буйынса еткән йондоҙлоҡ юҡ. Уларға йыл буйына уңыш йылмаясаҡ. Ҡыйыу аҙымдар яһауҙан ҡурҡ­мағыҙ.
Йылан. Насар ғәҙәттәрҙән арыныу өсөн бик һәйбәт йыл. Уларҙың һаулыҡҡа зыяны хаҡында онотмағыҙ.
Шәхси өлкәлә күп ҡыҙыҡлы ваҡиғалар көтә. Ғаиләләр мөнәсәбәттәрен нығыта, ә бына яңғыҙҙарға кемде һайлау мөмкинлеге биреләсәк.
«Йылан»дарға бар ишектәр асыласаҡ. Тимәк, саҡ ҡына ныҡышмалыҡ күрһәткәндә маҡсатығыҙға ирешәсәкһегеҙ.
Йылҡы. Күп хәрәкәтләнергә, яратҡан спорт төрөң менән шөғөлләнергә кәңәш ителә. Был ауыр көс күнекмәләрен аңлатмай. Мәҫәлән, йөҙөү, йога, пилатес, гимнастика мөмкин.
Тирә-яҡтағыларҙың һөйләгәндәрен аҙ тыңлағыҙ, күберәк эске тауышығыҙға ҡолаҡ һалығыҙ. Тормошоғоҙҙо үҙгәрткегеҙ килһә, ҡурҡмайынса тәүәккәлләгеҙ. Юлбарыҫ йылы ҡыйыуҙарҙы ярата бит.
Ҡуй. Һаулыҡ ҙур байлыҡ икәнен онотмағыҙ. Күберәк ял итеп, йоҡоғоҙҙо туй­ҙырығыҙ, үҙегеҙгә һәм яратҡан шөғөлөгөҙгә лә ваҡыт бүлегеҙ.
Ғаиләлеләр өсөн үҙ-ара мөнәсәбәтте нығытыу яңы мөмкинлектәр асыр. Йыл мажаралар һәм яңы асыштар вәғәҙә итә. Бының өсөн күп эшләргә, тырышырға кәрәк булыр, оҫталыҡтарығыҙҙы арттырыу мөмкинлеге лә бирелер.
Маймыл. Һеҙгә күберәк ял итеүгә ваҡыт бүлергә ҡушыла. Мөмкинлек булһа, ҡайҙалыр сәйәхәт ҡылығыҙ.
Ярһығанда үҙегеҙҙе ҡулға алырға өйрәнегеҙ, тирә-яҡтағыларға асыуығыҙҙы сығармағыҙ.
Юлбарыҫ йылында уңыш көтә. Алда – күпме мөһим аҙымдар, үҙгәрештәр. Тик был бәхет тормош юлының яңы битен асырға теләгән ҡыйыуҙарға ғына йылмаясаҡ.
Әтәс. Был йондоҙлоҡ вәкилдәренең иммунитеты вирус ауырыуҙары ҡурҡынысы аҫтында булыр. Шуға йәшелсә-емештәрҙе күберәк ашарға, витаминдар эсергә кәңәш ителә.
Шәхси өлкәлә үҙгәрештәр көтөлмәй. Бөтәһе лә элеккесә ҡалыр.
Йондоҙнамә уңыш вәғәҙә итә. Нимә тураһында күптән хыялланаһығыҙ, шуға ирешеү мөмкинлеге бирелер.
Эт. Күңелгә ятышлы, күңелһеҙ мәлдәр ҙә булыр. Тик кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Эшегеҙҙе еренә еткереп башҡарһағыҙ, барыһы ла яҡшы булыр.
Хәүефле әүҙемлеккә ризалашыр алдынан ҡат-ҡат уйлап алығыҙ. Йондоҙҙар вәғәҙәләүенсә, йәрәхәт алыу ҡурҡынысы ҙур.
Шәхси өлкәлә тыныслыҡ көтә. Барыһы ла элеккесә булыр.
Ҡабан. Һеҙҙе ҙур үҙгәрештәр көтә. Карьера өлкәһендә яңы перспективалар, мөмкинлектәр асыла, тик тормошҡа ашырыу оҙаҡҡа һуҙыласаҡ.
«Ҡабандар»ҙың һаулығы зарланырлыҡ түгел. Бер ниндәй етди сирҙәр ҡурҡынысы янамай. Ә бына сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, дөрөҫ туҡланыу һис тә зыян итмәҫ.
Үҙ-ара бәхәстәр, аңлашылмаусанлыҡтар булып алһа ла, уларҙы тыныс ҡына юл менән хәл итә алаһығыҙ. Үҙегеҙҙең уй-хистәрегеҙҙе тышҡа сығармай, йүгәнләп, нимәлер әйтер алдынан уйлап алығыҙ.

Фото: https://yandex.ru/images/search

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: