+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
9 Ғинуар 2022, 10:25

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, башҡорт ҡурайҙары булмаһа...

Ошо уҡыу йылынан Яҡшембәт мәктәбендә ҡурай түңәрәге эшләп килә. Уны Рәсим Ришат улы Бикмаев етәкләй.

Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, башҡорт ҡурайҙары булмаһа...
Ҡурайсылар ҡурай, ай, уйнамаҫ, башҡорт ҡурайҙары булмаһа...

– Башланғыс синыфтар менән – мәктәптә, ҙурыраҡтар менән мәҙәниәт йортонда аҙнаһына ике тапҡыр шөғөлләнәбеҙ. Илнар Аҡһаров, Эмиль Баймөхәмәтов «Любизар», «Ҡарабай», «Түңәрәк күл», «Әпипә» көйҙәрен тиҙ арала уйнарға өйрәнеп алды, ҡалғандар һыҙғырта белә. Ҡумыҙсы ҡыҙыбыҙ ҙа бар. Ул – Алһыу Рафиҡова. Яңы йыл байрамында балалар сәхнәлә бик матур сығыш яһаны, – ти түңәрәк етәксеһе.
Рәсим Ришат улы үҙе лә уҡыусы сағынан ҡурайҙа уйнай. Атаҡлы ҡурайсы Альберт Юлдыбаевтан тәүге оҫталыҡ дәрестәре алған. Төрлө конкурстар лауреаты ла үҙе, спектаклдәрҙә лә әүҙем ҡатнашҡан кеше.
– Малайҙар ҡурай түңәрәгенә дәртләнеп йөрөй. Уларҙы сәнғәт донъяһына нығыраҡ ылыҡтырып, милли музыка ҡоралыбыҙға һөйөү тәрбиәләге килә. Балаларыбыҙ ҡурай уйнап, йыр-моң яратып үҫһен, – ти ул.
Алдағы көндәрҙә түңәрәктә шөғөлләнеүсе йәш ҡурайсыларҙың исемдәре сәхнә түренән ҡат-ҡат яңғырарға яҙһын!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Көйөргәҙе районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: