+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Ғинуар 2022, 15:15

Күңелле каникул көндәре

Алһыу Вәлиәхмәтова, Илназ һәм Фәнзил Кәримовтарҙы гөр килешеп тюбингта шыуған мәлдәрендә тап иттем. Малайҙар Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан булһа, ә Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе Алһыу апайҙары каникулда ҡунаҡҡа килгән икән. Биттәре алһыу­ланып, ҡарға батып бөтһәләр ҙә, кәйефтәре күтәренке. Шулай булмай ни, саф һауала рәхәтләнеп уйнайҙар, ҡышҡы ялдары күңелле үтә бит!

Күңелле каникул көндәре
Күңелле каникул көндәре

– Тау йортобоҙҙоң эргәһендә генә булғас, бигерәк шәп. Тюбингтарҙы әллә ҡайҙа һөйрәп йөрөргә лә түгел, көнөнә әллә нисә тапҡыр шыуабыҙ. Мәктәптә боҙ майҙансығы бар, шунда барып конькиҙа йөрөйбөҙ, хоккей уйнайбыҙ. Каникул ваҡытында уҡытыусыларыбыҙ төрлө күңелле саралар ойоштора, унда ла теләп ҡатнашабыҙ. Башланғыс синыфтар араһында үткән «Ғаилә уйындары» спорт ярышында еңеүсе булдыҡ, – ти ағалы-ҡус­тылы Кәримовтар.
– Каникул һайын әсәйемдең тыуған ауылына, туғандарым, өләсәйем янына килергә тырышам. Улар менән ваҡыт уҙғарыу – үҙе бер ғүмер. Күмәкләшеп йорт эштәрендә ярҙам итешәбеҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ, иҫтәлеккә фотоға төшәбеҙ, – тип һүҙгә ҡушылды Алһыу ҙа.
Бала саҡтың гүзәл бер миҙгеле булған был бәхетле мәлдәрҙең ҡәҙерен белеп, туйғансы уйнап, күңел асып ҡалыуға ни етә?! Һәр нәмә лә ваҡытлыса ғына бит.

Юлиә КИРӘЕВА.
Әлшәй районы.

Күңелле каникул көндәре
Күңелле каникул көндәре
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: