+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
15 Ғинуар 2022, 15:25

Самауыр сәйе тәмле булды!

Ҡышҡы каникулымды Белорет районының Ҡаҙыш ауылында өләсәйем һәм олатайым янында үткәрәм.

Самауыр сәйе тәмле булды!
Самауыр сәйе тәмле булды!

Һәр көнөмдө файҙалы итеп уҙғарырға тырышам. Өләсәйем менән сәксәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡ, бәлеш тә бешерҙек. Шунан самауыр ҡайнатып, инәй-апайҙарҙы, ағай-еңгәләрҙе, апай-һеңлеләрҙе һәм ҡустыларҙы саҡырып, милли ризыҡтар менән һыйланыҡ. Саф һауала самауыр сәйе бик тәмле булды!

Мәҙинә ӘБҮТАЛИПОВА, VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: